Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Һоҡландырҙы башҡорт фильмдары
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 29 сентябрь 2014
Һоҡландырҙы башҡорт фильмдары
“Башҡортостан” киностудияһы ойошторған Кино төнөнә барғаныма шатланып ҡайттым. Бармаһам, күпме матурлыҡтан, күркәмлектән, иҫ киткес мәғлүмәттән мәхрүм ҡалыр инем. “Кинобыҙ бар, буласаҡ! Ундай белемле, маһир, үҙ һөнәренә мөкиббән ғашиҡ, янып эшләгән кешеләр менән тағы төрлө-төрлө фильмдар төшөрөп булыр!” тигән фекерҙән башлап китәйем әле яҙмамды.
“Мөрйәнән күтәрелә төтөн, берүк һүрелмәһен” тигән документаль фильмы менән режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова һәм сценарий авторы Мәғәфүр Тимербулатов халҡыбыҙ яҙмышы тураһында уйға һалды: һәр беребеҙ үҙ төбәгенең яҙмышы хаҡында уйланғандыр, ҡул ҡаушырып ултырмайыҡ, ауылһыҙ етем ҡалыуыбыҙ ихтимал бит тигән һығымта яһағандыр.
Өмөт тигән тойғо йәшәтә кешене. Өҙөлмәй ҡалған бер һары япраҡ хәле ауырайған ҡартты түшәктән торғоҙоп ебәрә! Режиссер Роман Пожидаев менән сценарий авторы Зөһрә Бураҡаеваның “Япраҡ” исемле ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмы ошо хаҡта бәйән итә. Кеше күңелендә өмөт тигән көслө тойғоно уятыу, йәшәргә дәрт биреү өсөн ейәненең ҡартатаһын шул тиклем ныҡ яратыуы һәм йәшәткеһе килеүе арҡаһында уйлап тапҡан балаларса хәйләһе – һары япраҡ осоп төшмәһен тип, елем менән йәбештереп ҡуйыуы хаҡында был нәфис фильм. Маһир актерыбыҙ Хәмит Яруллиндың уйнауы ныҡ тетрәндерҙе лә, ышандырҙы ла, фәһем дә бирҙе. Кескәй булыуына ҡарамаҫтан, Хәмит ҡарттың ейәне булып уйнаған Алсын Ғәлиевтең дә үҙ ролен еткереп, оҫта башҡарыуы хайран ҡалдырҙы.
Тәрән уйҙарҙан арынып, рәхәтләнеп көлөргә лә тура килде Кино төнөндә. “Беҙҙекеләр бынамын тигән йәнһүрәт оҫталары ла икән!” тигән ҡыуаныслы тойғо уятты режиссер Рим Шәрәфетдинов үҙенең “Ни пуха, ни пера” йәнһүрәте менән.
Режиссер Таңсулпан Бураҡаеваны мин нәфис фильмдар оҫтаһы булараҡ белә инем. Был юлы уның ике документаль фильмын таң ҡалып, һоҡланып, ҡыуанып ҡарап ултырҙым. Рәссам Йәлил Сөләймәнов ижадының тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙар, күңел байлығы емеше икәнлеген аңланым.
Ә инде “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме” документаль фильмы йөкмәткеһенең тәрәнлеге менән хайран итте. “Был фильм – белем, мәғлүмәт диңгеҙе! “Диңгеҙгә төшөрөүен-төшөрҙө лә, сығара алырмы?” тигән хәүеф тә тыуҙы башта. Алып сығыу ғынамы! Автор талғын ғына, ышандырырлыҡ тауыш менән тотош оло хеҙмәт яҙырлыҡ мәғлүмәтте ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бәйән итте лә бирҙе. Кейем аша тотош халыҡ тарихын асып булыуын иҫбатланы. Ул дөрөҫ әйтә: “Көндәлек кейемебеҙҙә милли элементтарҙы сағылдырырға, халҡыбыҙҙың донъя таң ҡалырлыҡ маһирлығы менән ғорурланып йәшәргә кәрәк бит беҙгә!”
Мин оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытам. Башҡорт теле, “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” дәрестәрендә был фильм аша күпме мәғлүмәт биреп булырына ҡыуанып ултырҙым. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме тураһында һөйләгәндә, тектереп алған башҡорт кейемен кейеп, матбуғатта баҫылып сыҡҡан мәғлүмәт менән дәресемде байытырға тырышам. Ошо фильмды күрһәткәндә ни тиклем белем алыр ине уҡыусылар!
Мәҡәләмдең төп фекере шул: “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме” тигән фильмды мәктәптәр һәм, ғөмүмән, башҡорт мәҙәниәте, тарихы, сәнғәте менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн һатыуға сығарып булмаймы икән? Ошо үтенесте гәзит аша “Башҡортостан” киностудияһы етәкселегенә еткергем килә.
Автор: Наилә БУРАНҒОЛОВА, 104-се мәктәп уҡытыусыһы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө