Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Һуғыш беренсе биттәрҙә» күргәҙмәһе асылды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 03 апрель 2012
«Һуғыш беренсе биттәрҙә» күргәҙмәһе асылды
Сибай ҡалаһының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Һуғыш беренсе биттәрҙә» тип аталған күргәҙмә асылды. Уны республика Хәрби Дан музейы менән «Комсомольская правда» газетаһы ойошторҙо. Күргәҙмә 1941 - 1945 йылдарҙа «Комсомольская правда» газетаһында баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрҙе үҙ эсенә ала.
Һуғыштың икенсе көнөнә үк матбуғат баҫмалары үҙ хәбәрселәрен фронтҡа ебәрә. Хәрби журналистар совет халҡында илбаҫарҙарға ҡарата нәфрәт уятырға булышлыҡ итә. Улар совет ғәскәрҙәренең батырлығын күрһәтеү өсөн үҙ ғүмерҙәрен дә аямай. 4 йыл эсендә фронтта мең ярым хәбәрсе һәләк булған. «Һуғыш беренсе биттәрҙә» күргәҙмәһе хәрби журналистарҙың фиҙаҡәр хеҙмәтен күреү мөмкинлеген бирә. Фронт яңылыҡтары, шиғырҙар, фотолар, информбюро мәғлүмәттәре һәм хәрби лозунгтар яу йылдарының бөтә ысынбарлығын сағылдыра.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында баҫылған 50 газетанан торған күргәҙмә Рәсәйҙең егерменән ашыу ҡалаһын урап сыҡҡан. Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, ул айырыуса ветерандар өсөн ҡәҙерле. «Һуғыш беренсе биттәрҙә» күргәҙмәһе апрель аҙағына тиклем Сибай ҡалаһында буласаҡ. Унда һәр кем фронттағы һуңғы хәбәрҙәр, хаттар, килешеүҙәр һәм бойороҡтар тураһында уҡып белә ала.
Сығанаҡ:
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө