Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«ҺУҠМАҠҺЫҘ ЮЛСЫ»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
«ҺУҠМАҠҺЫҘ ЮЛСЫ»
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында башҡорт эстрадаһының легендар йондоҙо, «Дәрүишхан» төркөмө солисы Дим Мәннәндең яҡты иҫтәлегенә арнап төшөрөлгән документаль фильм күрһәтелде. Хәтер кисәһендә шулай уҡ рок музыканты ижад иткән йырҙар ҙа яңғыраны.
«Һуҡмаҡһыҙ юлсы» тип исемләнгән хәтер кисәһендә Дим Мәннәндең йырланмаған йырҙары ҡалмағандыр. «Дәрүишхан» төркөмө солисы 90-сы йылдарҙа башҡорт эстрадаһында рок музыкаһы жанрына нигеҙ һала, башҡарыу оҫталығы менән халыҡ һөйөүен яулай. Йырҙары заманса яңғырашлы ла, рухлы ла. Уларҙы тамашасы әле булһа яратып тыңлай.
Дим Мәннәндең яҡты иҫтәлегенә арналған кисәгә халыҡ күп килде. Саранан йыр-моң һөйөүселәр генә түгел, дуҫтары, яҡындары ла ситтә ҡалманы.
Кисә легендар йондоҙҙоң ижадына, тормошона арналды. Дим Мәннәндең рухына бағышлап «Һуҡмаҡһыҙ юлсы» тип исемләнгән документаль фильм күрһәтелде. Ижадсының туғандары, ауылдаштары, ҡасандыр тормош юлдары киҫешкән кешеләр хәтирәләре менән уртаҡлашты. Йәш режиссер Ләйсән Мәзитова тырышлығында ижад ителгән әҫәр Дим Мәннәнде сағыу шәхес, ижадсы, сәхнә йондоҙо булараҡ асып бирҙе.
Башҡорт эстрадаһы йондоҙоноң яҡты маяғы булып хәтерҙә ҡалған сәхнә оҫтаһының ижадын үҙ итеүселәрҙе бергә йыйған осрашыу бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Дим Мәннәндең ижадына тоғро тамашасылар ижадсыны хәтерләп иланы ла, ҡушылып йырланы ла.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө