Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Һылыуҡай-2012» республика конкурсына һайлап алыу турҙары башланды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 24 январь 2012
«Һылыуҡай-2012» республика конкурсына һайлап алыу турҙары башланды
Башҡортостанда «Һылыуҡай-2012» республика конкурсына һайлап алыу турҙары башланды. Конкурста ҡатнашыу өсөн район һәм ҡалаларҙа үткән «Һылыуҡай» конкурсы еңеүселәре саҡырыла. Конкурстың ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге.
Бәйгелә 16-22 йәштәрҙәге һылыуҙар ҡатнаша ала, уларға башҡорт телен, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеү мотлаҡ. Ҡыҙҙарҙың буйы 170 сантиметрҙан түбән булырға тейеш түгел.
Конкурстың һайлап алыу туры 1 февралдә Өфөлә, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы бинаһында үтәсәк. Һәр ҡатнашыусы визитка, ижади конкурс (башҡорт бейеүе, таҡмаҡ, актерлыҡ оҫталығы буйынса коллоквиум), кейемдәр демонстрациялау, А3 форматындағы кәм тигәндә дүрт профессиональ фотонан торған портфолио әҙерләргә тейеш.
Конкурстың һайлап алыу турын үткән ҡыҙҙар өсөн Өфөлә вокал, хореография, дефиле, сәхнә телмәре буйынса иң яҡшы уҡытыусылар менән ике аҙналыҡ әҙерлек курстары ойоштороласаҡ.
«Һылыуҡай-2012» финалын 2 мартта, "Нефтсе" Мәҙәниәт һарайында үткәрергә планлаштырыла.
Ҡатнашыу өсөн заявкалар 30 ғинуарға тиклем
Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.
,
Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.
электрон адрестарына йәки Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева, 17/2, (Республика халыҡ ижады үҙәге) адресы буйынса ҡабул ителә.
тел./факс: 8 (347) 289-62-00, 289-65-50, телефондары аша белешмә алырға мөмкин.
БР Халыҡ ижады үҙәге
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө