Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Һылыуҡай-2012» республика телевизион конкурсы финалистары билдәле буласаҡ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 31 январь 2012
«Һылыуҡай-2012» республика телевизион конкурсы финалистары билдәле буласаҡ
1 февралдә «Һылыуҡай-2012» республика телевизион конкурсы финалистары билдәле буласаҡ. Һылыуҡайҙар «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында һайлап алыу туры йомғаҡтары аша билдәләнәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурсҡа район һәм ҡалаларҙа үткән, 16-22 йәштәрҙәге «Һылыуҡай» конкурсы еңеүселәре саҡырылды. Улар шулай уҡ, башҡорт телен, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белергә тейеш. Ҡыҙҙарҙың буйы 170 сантиметрҙан түбән булырға тейеш түгел. Һәр ҡатнашыусы визитка, ижади конкурс (башҡорт бейеүе, таҡмаҡ, актерлыҡ оҫталығы буйынса коллоквиум), кейемдәр демонстрациялау, портфолио әҙерләргә тейеш.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, «Һылыуҡай-2012» финалы 7 мартта, Өфөнөң «Нефтсе» Мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Конкурстың һайлап алыу турын үткән ҡыҙҙар өсөн Өфөлә вокал, хореография, дефиле, сәхнә телмәре буйынса иң яҡшы уҡытыусылар менән ике аҙналыҡ әҙерлек курстары ойоштороласаҡ .
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө