Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Һынмаҫ рухлы Ләйсән
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 19 апрель 2013
Һынмаҫ рухлы Ләйсән
Художестволы гимнастика буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Ләйсән Үтәшева — милләтебеҙҙең ғорурлығы. Уның 2008 йылда Мәскәүҙә донъя күргән "Несломленная" тигән автобиографик китабы Рәсәй уҡыусылары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғайны.
Ләйсән Үтәшеваның был яҙмаһын хәҙер башҡорт телендә лә уҡый алабыҙ. Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Лариса Абдуллина уны урыҫ теленән тәржемә иткән.
— Башҡортостандан ситтә йәшәһә лә, Ләйсәндә һоҡландырған тағы бер сифат бар — ул милли асылынан тартынмай, — ти Лариса Абдуллина, — Ҡайҙа ғына интервью бирһә лә: "Мин — башҡорт ҡыҙы!" — тип белдерә. "Несломленная" китабында республикабыҙға, бындағы ғаилә мөнәсәбәттәренә, йолаларына тос урын бирелгән. Күңелендә башҡорт рухын йөрөткән Ләйсәндең: "Мәскәүҙә матур кешеләр, һоҡланғыс ҡыҙҙар күп. Улар араһында айырылып тороуы ауыр. Әммә мин үҙемдең йөҙ-һыҙаттарым менән айырылам, шунда уҡ иғтибар итәләр, сөнки мин — күркәм башҡорт ҡыҙы!" — тигән һүҙҙәренә нисек һоҡланмайһың да уның менән нисек ғорурланмайһың?!
Әйткәндәй, "Һынмаҫ рухлы" тигән китабын сығарыуҙа күрһәткән матди ярҙамы өсөн Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафинға тәржемәсе сикһеҙ рәхмәтле.
Һынмаҫ рухлы ҡыҙҙың яҙмаларын уҡып, күптәр фәһем алыр тигән өмөттәбеҙ.
Автор: А. БАЙМӨХӘМӘТОВ
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө