Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә «Һүҙ – илһам ул, ул – илаһи...» тип аталған шиғриәт кисәһе үтте. Был сара актерҙар өсөн даими алып барылған «сәхнә теле» дәрестәре сиктәрендә ойошторолдо, идея авторы – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев.