“Әҙәби тулҡын”ға тупланығыҙ!

“Әҙәби тулҡын”ға тупланығыҙ!
Йыл һайын яңынан-яңы мауыҡтырғыс саралар менән ҡыуандырып торған “Башҡортостан” гәзите Әҙәбиәт йылында “Әҙәби тулҡын” тип аталған хикәйәләр конкурсы иғлан итә. 
Ғәҙәттә, әҙәбиәт донъяһына ҡәләм тирбәтеүселәр быуыны тулҡын-тулҡын булып ағылып тороусан. Һәр тулҡындың үҙ ҡеүәте, үҙенә хас йырлар йыры бар. Уларҙың барыһы ла халҡыбыҙ йөрәгенә ҡаҡты, ауаздашлыҡ тапты.
Заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, һуңғы ваҡытта әҙәбиәтебеҙҙә тулҡындар һүлпәнәйә төштө: бөгөнгө яҙыусылары­быҙға лайыҡлы алмаш булырҙай йәштәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Был хәл, әлбиттә, “Башҡортостан” гәзитен дә борсой. Шуға күрә әҙәбиәттә әлегә тиклем исемдәре күренмәгән йә һирәк кенә күҙгә салынып ҡалған ҡәләм тирбәтеүселәрҙе дәртләндереү маҡсатында “Әҙәби тулҡын” уларҙы үҙенә тупларға булды. 
Шулай итеп, заман һулышын сағылдыр­ған, социаль мәсьәләләрҙе күтәргән хикә­йәләр көтәбеҙ һеҙҙән. Әҫәрҙәрҙең күләме 10 – 15 биттән артмаҫҡа тейеш. Автор­ҙар­ҙың йәше сикләнмәй.
Конкурсҡа йыл аҙағында йомғаҡ яһа­ласаҡ. Тәүге өс урынды яулағандарҙы ҡим­мәтле бүләктәр көтә. Бынан тыш, әҫәр­ҙәр “Башҡортостан” гәзитенең сайтына ҡуйылып барасаҡ, һәм унда иң күп тауыш (“лайк”) йыйған авторға дәртләндереү призы эләгәсәк.
Ҡәҙерле дуҫтар, ижади бәйгегә рәхим итегеҙ! Рухи диңгеҙебеҙҙә ҡеүәтле “Әҙәби тулҡын” барлыҡҡа килер, тип өмөтләнәбеҙ.
Автор: гәзит мөхәрриәте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb