Әҙип һүҙен тарих юя алмай

Әҙип һүҙен тарих юя алмай
Борон-борондан халҡыбыҙҙа сәсән һүҙенең бәҫе, абруйы көслө булған. Эйе, ҡылыстан да үткер, уҡтан да төҙ һаналған ул. Дауҙар ҡуптара, яуҙар туҡтата алған. Шуға ла шағир йөрәкле Салауат батырҙың, Аҡмулла, Бабичтарҙың исемдәре һәм ялҡынлы һүҙҙәре быуаттар үтһә лә милләтебеҙ хәтерендә юйылмай һаҡлана. 
Бөгөн дә әҙип һүҙенең баһаһы юғары. Әҙәбиә­тебеҙ йәмғиәте­беҙ­ҙә­ге именлек һәм тыныслыҡҡа, киләсә­ге­беҙҙең яҡты­раҡ һәм бәхетлерәк булыуына, илебеҙҙә көн итеүсе һәр кемдең үҙ юлын һәм һуҡ­мағын табыуына ҙур өлөш индерә. Баш­ҡорт­ос­тан Яҙыусы­лар союзының 80 йыл­­лыҡ юбилей кисәһенә килгәндәрҙең бөтә­һе лә тап ошоно хәтерендә тотҡан­дыр, моғайын.
Быны ҡотлау һүҙе менән сығыш яһа­ғанда Баш­ҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынба­ҫары Салауат Сәғитов айырып бил­дә­ләне. “Һүҙ бөгөн дә бөтә төр ҡоралдан дәһ­шәт­лерәк. Айырыу­са ил һәм мил­ләт өсөн хәл иткес мәлдәрҙә беҙ әҙиптәребеҙ күрһәткән рухи йүнә­леш­тәргә күҙ тө­бәй­беҙ, ышанабыҙ, өмөт­ләнәбеҙ. Шәх­сән мин рес­публика­быҙҙың яҡты ки­лә­сәгенә ышанам, сөнки Мәжит Ғафу­риҙы, Мостай Кәримде, Әнғәм Атнабаевты, Назар Нәжмиҙе һәм башҡа бик күп ошондай шәхестәрҙе үҫтер­гән ха­лыҡтың яҙмышы башҡаса булыуы мөмкин дә түгел”, – тине ул.
Салауат Тәлғәт улы Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитовтың да ҡотлау һүҙ­ҙә­рен уҡып ишеттерҙе. “Тап яҙыу­сылар йәмғиә­те­беҙҙә гума­низм­дың һәм мәғ­рифәттең өҫтөнлөк итеүенә булыш­а, кешеләрҙә юғары әхлаҡи ҡим­мәт­тәрҙе тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Эйе, әҙиптең хеҙмәт емеше бөгөн йыш ҡына баһаланмай, был – үткән быуаттың 90-сы йылда­рындағы рухи көрсөк эҙем­тәһе. Әммә шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы мәлдә илебеҙҙә йәнә нәфис һүҙгә ихтирам арта, ижтимағи-сәйәси тормошта яҙыусы­ның абруйы күтәрелә” тип билдәләнә унда.
Артабан Салауат Тәлғәт улы “Аҡбуҙат” журна­лы­ның тәүге мө­хәр­рире, Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваға Башҡортос­тан­дың халыҡ шағиры исеме бирелеүе тураһында Президент Указын халыҡҡа еткерҙе һәм талантлы шағирәгә оло бүләк билдәһен тапшырҙы. Шуныһы айырыуса иғтибарға лайыҡ: ошоға тиклем бер генә ҡатын-ҡыҙ ҙа был юғары исемгә эйә булма­ған. Ә яҙыусы Спартак Ильясов “Ҡолой кантон” романы өсөн Яҙыусылар союзының Мөхәмәтша Буран­ғолов исемендәге премияһы менән бүләк­ләнде. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, мәғариф министры Әл­фис Ғаязов, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт сара­лары агентлығы етәк­сеһе Борис Мел­кое­дов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынба­ҫары Сынтимер Баязитов та әҙип­тәрҙе ҡотлап сығыш яһаны һәм иң-иңдәрҙе маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Эйе, халҡыбыҙҙың ҡәләм оҫтала­рына ошо 80 йыл эсендә байтаҡ һынау кисерергә, йыш ҡына ғәрәсәт урта­һын­да ҡалырға тура килә. Был турала Башҡорт­остандың Яҙыу­сы­лар союзы идараһы рәйесе драматург Наил Ғәйетбаев бәйән итте. Әммә һәр заман­да ла әҙиптәребеҙ үҙ булмышына тоғро ҡалып, милләтебеҙҙең яҡ­ты киләсәге өсөн хеҙмәт итә. “Бөгөнгө маҡса­тыбыҙ – әҙәбиәтебеҙҙең киләсә­ген әҙерләү, йәш ижадсы­ларҙы табыу. Яңыраҡ йәштәр­ҙең бер төркөмөн Со­юз­ға ҡабул итеүебеҙ ҙә ошо теләктән эшләнде. Талантлы йәштәре­беҙ ижад итһен, үҙ китаптарын ҡулына алып ҡыуанһын өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙы­рыр­ға тейешбеҙ”, – тине әҙип, һүҙен йомғаҡ­лап.
Яҙыусылар союзының юбилей кисә­һе йыр-моңға үрелеп барҙы. Шуныһы шат­лыҡлы: иле­беҙҙең һәм республика­быҙҙың төрлө төбәктәренән бик күп абруйлы ҡунаҡ йыйылғайны сараға. Бөтәһе лә йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, иҫтәлекле бүләк­тәр менән ҡыуандырҙы. Бына бит һүҙ көсө­нөң абруйы – уның өсөн ваҡыт та, сиктәр ҙә, аралар ҙа юҡ. 
Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb