Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Әҫәрҙәрҙә — кеше яҙмышы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Әҫәрҙәрҙә — кеше яҙмышы
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә яңы китаптар донъя күрҙе.
Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр. V том.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең уҡыусылар көткән китабы уның тыуыуына 95 йыл тулыуҙы Рәсәйҙә һәм республикабыҙҙа киң билдәләгән осорҙа баҫылып сығыуы барыбыҙға ла оло бүләк булды. Халыҡ шағиры “Әҫәрҙәр”енең V томына уҡыусылар яратып уҡыған “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ярлыҡау” һәм “Ауыл адвокаттары” повестары индерелгән.
Ноғман Мусин. Һайланма әҫәрҙәр. IХ том.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусиндың “Һайланма әҫәрҙәре”нең IX томына бер нисә быуын уҡыусыларына киң билдәле “Һайлап алған яҙмыш” романы, “Төпкөлдән төшкән килен”, “Шайтан ҡуласаһы”, “Еҙ ҡыңғырау” повестары тупланған.
Гөлфиә Юнысова. Һайланма әҫәрҙәр. II том.
Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле балалар шағирәһе Гөлфиә Юнысованың “Һайланма әҫәрҙәр”енең II томында балалар өсөн яҙылған иң һәйбәт шиғырҙары, әкиәттәре һәм уҡыусы балалар яратып башҡарған йырҙары баҫылған. Был йыйынтыҡты уҡыусылар күптән көтә ине.
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. “Ҡанатлы йөрәк”. Поэмалар, шиғырҙар.
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның алтынсы китабы был. Әҫәрҙәренең нескә лиризм менән һуғарылыуы, юғары гражданлыҡ рухында яҙылыуы күңелдәрҙе арбай. Үҙенсәлекле шиғриәтенең төп темалары — кеше яҙмышы, тормош асылы, ата-әсәһенә, балаларына, һөйгәненә һәм тәбиғәткә ҡарата ихлас мөхәббәт.
“Биҙәктәр”. Хикәйәләр, шиғырҙар.
Был яңы йыйынтыҡҡа төрлө һөнәр эйәләре — Хәлиҙә Алтынбаева, Дауыт Амангилдин, Мәүҙиға Баймөхәмәтова, Асия Басирова, Гөлкәй Исмәғилева, Бибиямал Йосопова, Тәнзилә Кейекбаева, Мәүлит Кәримов, Фәүҡәт Ҡотлошин һәм Зәки Сөләймәновтың тыуған еренә һөйөү менән һуғарылған, изгелек, матурлыҡ, кешелеклелек, мөхәббәт темалары үҙенсәлекле яҡтыртылған хикәйәләре һәм шиғырҙары индерелгән.
Автор: И. БУЛАТОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө