Әбйәлилдәр киноға төшкән

Әбйәлилдәр киноға төшкән
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында рекламалауҙың һөҙөмтәһе булдымы, әллә ысынлап тағы бер башҡорт фильмының экранға сығыуы шулай ныҡ ҡыҙыҡһындырҙымы — “Родина” кинотеатрында тәүге тапҡыр күрһәтелгән “Етегән”де ҡарарға теләүселәр ифрат күп булды. Алма төшөр урын юҡ тиһәң дә, арттырыу түгел.
Килеүселәр отолманы — кино ҡарауҙан тыш, бер төркөм артистар менән яҡындан танышты, фотоға төштө, аралашты. Ә Әбйәлил районы Ташбулат ауылының кинола ҡатнашҡан халҡы өсөн баш ҡала тамашасылары менән күҙмә-күҙ осрашыу үҙе бер ваҡиғаға торошло ине. 
“Етегән” музыкаль фильмын төшөрөү өсөн Әбйәлил районы һайланған. Был төбәк халҡы тәбиғәттең илаһи хозур мөйөшөн төйәк итеүе менән бер көнләштерһә, тарихи фильмда ҡатнашыуы менән йәнә бәхетле. Кешеләр талантлы был яҡта, мәҫәлән, ҡыҙҙары һыбай сапҡан, ир-ат та һынатмаған. 
Фильмда “Ете ҡыҙ” легендаһы менән бергә башҡорт халыҡ йырҙары тарихы ла ерлек итеп алынған. Улар, бер-береһенә оҫта үрелеп, бер бөтөн сюжетты хасил иткән. 
Кино геройҙарының һөйләшеүен тамашасы ишетмәй, улар күҙ ҡараштары, ым-ишара менән генә аңлаша-аралаша. Шуға ҡарамаҫтан, хәл-ваҡиғалар ағышы һәр кем өсөн аңлайышлы. Әйткәндәй, фильм — республика Президенты гранты емеше. 
Киноны ҡарағандан һуң тамашасылар ҡайтырға ашыҡманы, һәр кем тәьҫораттары менән бүлеште. “Етегән”дең уңышлы килеп сығыуын белдерҙеләр. “Башҡорт легендалары — йырҙарҙа” проекты кинематография өлкәһендәге ижади эштәрҙең иң әһәмиәтлеһе булып таныла ала тигән юғары баһа бирелде. 
Рияз ИСХАҠОВ, продюсер, оператор-ҡуйыусы: 
— “Етегән” фильмын төшөрөү идеяһы күптән тыуғайны. Белеүегеҙсә, Роберт Юлдашев башҡарыуында “Ете ҡыҙ” композицияһы ҡуйылғайны инде. 
Күп ваҡытын компьютер артында ултырып үткәргән, Америка фильмдарын ҡарарға күнеккән замана йәштәренә аңлайышлыраҡ булһын тип тырыштыҡ. Йәштәр фольклор менән ҡыҙыҡһынып бармай бит. Бер-бер артлы йыр яңғыратып, фильмды туҡтауһыҙ хәрәкәттә төшөрһәк, улар өсөн ҡыҙыҡлы булыр тип уйланыҡ. 
Зөһрә БУРАҠАЕВА, кинодраматург: 
— Рияз Исхаҡов менән Айсыуаҡ Йомағоловтың көслө башҡорт киноһы эшмәкәрҙәре икәнлеген яҡшы беләбеҙ. Элегерәк Рияз үҙен оператор сүрәтендә танытһа, был юлы режиссер булараҡ эш итте. 
Ниһайәт, өлгөрөп еткән ике кинематографистың хеҙмәт емеше менән таныштыҡ. Элегерәк фильмдарҙағы ҡайһы бер ҡытыршылыҡтарға күҙ йоморға тура килә ине, сөнки тарихи темаларға арналғандарының күп аҡса талап итеүен аңлап тораһың. Ә бына “Етегән” фильмына ташлама яһамай, ҡаты тәнҡит күҙлегенән ҡарарға мөмкин. Ғөмүмән, фильмды башҡорт кино сәнғәтенең уңышы тип әйтер инем. 
Быға тиклем ҡырғыҙ һәм ҡаҙаҡ кинематографистарына көнләшеп ҡараныҡ, сөнки улар йылына әллә нисә тарихи фильм төшөрә. Ниһайәт, Президент гранты арҡаһында беҙ ҙә үҙебеҙҙе күрһәтә алабыҙ тигән өмөт уянды.
Зәмһәрә УСМАНОВА, тамашасы, Ташбулат ауылынан: 
— Фильмды тетрәнеп ҡараным. Иң отошлоһо — уның һүҙһеҙ ҙә аңлашылыуы. Ҡайһылай матур, йөкмәткеле йырҙар яңғыраны! Улар башҡа милләт кешеләренә лә тәржемәһеҙ аңлашыла. Костюмдар йәһәтенән дә һүҙ тейҙерерлек түгел. Ваҡиғалар барған урын да дөрөҫ һайланған, шул дәүер тулыһынса күҙ алдына баҫа, тәбиғәт тә иҫ киткес гүзәл. “Етегән”де төшөрөүселәр башҡорт киноһының киләсәге барлығына ышандырҙы.
Автор: М. ҒАБДРАХМАНОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb