Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы үҙенең оло юбилейын билдәләй. Был китапхана республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә лә иң олпаттарҙан һанала. Милли китапхананы республикабыҙҙың ғилем хазинаһы, хатта йөҙөк ҡашы булған белем усағы тип әйтергә була.