Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Әйле ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 23 апрель 2013
Әйле ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы
Башҡортостандың ете төбәге һәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ райондары башҡорттары Дыуан районы үҙәгендә осрашты. Ҡан-ҡәрҙәштәр милләтте борсоған көнүҙәк проблемалар, хәл итәһе мәсьәләләр хаҡында фекер алышты. Әйле ырыуы - ул ырыуҙар берләшмәһе, ҙур ҡәбилә халҡыбыҙға Ҡол Ғәли, Байыҡ сәсән, Салауат Юлаев, Рәми Ғарипов кеүек арҙаҡлы шәхестәрҙе бүләк иткән.
Һәр башҡорт үҙенең тамырҙарын, ата-бабаларын ете быуынға тиклем белергә тейеш, тип иҫәпләй Фларис Ғайсин. Салауат районының Иҙелбай ауылында йәшәүсе Әйле ырыуы вәкиле, архив материалдарына таянып, үҙ быуыны шәжәрәһен төҙөгән. Эҙләнеүҙәр, тарихи материалдар күрһәтеүенсә, Әйле ырыуы күп тармаҡтарҙан тора. Үҙе ул Мырҙалар олоҫона ҡарай.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты быйыл бөтә башҡорт ырыуҙары йыйындарын урындарҙа уҙғарыуҙы ҡарар итә. Республиканың төньяҡ-көнсығыш үҙәгенә боронғо ырыу вәкилдәре - Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы, Иглин, Салауат райондары башҡорттары йыйылды. Ҡорҙа һәр төбәк телде, милли үҙенсәлекте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.
Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Әлеш ауылында йәшәүсе Арыҫлан Әзәл улы фекеренсә, һәр халыҡтың бәләһе тарихты белмәүҙән килә. Ул үҙе 20 йылдан ашыу ғүмерен Силәбе өлкәһе башҡорттарының быуындар шәжәрәһен төҙөүгә бағышлаған. Архив мәғлүмәттәренә таянып, 200-ҙән ашыу шәжәрә ҡорған.
Осрашыу туған телдә яңғыраған йыр-моң, һәүәҫкәр ансамблдәр сығышы менән тамамланды. Йыйылыштан һуң әйлеләр ҡор күтәргән проблемаларҙы һәм һөйләшеүҙе үҙ эсенә индергән китап сығарырға ҡарар итте.
Әйле ырыуы ҡоронда йәмәғәтселекте борсоған ике тиҫтәнән ашыу һорау яңғыраны. Халыҡ үҙ тәҡдимдәре менән сығыш яһаны. Улар араһында Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарында, Екатеринбургта Башҡортостан юлдаш телеканалын трансляциялауҙы ойоштороу, Торатау итәгендә ете ырыуға арнап «Ырыу ташы» һәйкәлен, восстаниелар ваҡытында юҡҡа сыҡҡан ауылдар урынында стела асыу кеүектәре булды. Был һорауҙар барыһы ла резолюцияға индерелде. Әйле ырыуының киләһе йыйылышы 2017 йылдың июненә билдәләнде.
Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө