Өфө ҡалаһы тарихы музейы буласаҡ

Өфө ҡалаһы тарихы музейы буласаҡ
Баш ҡала сираттағы мәҙәни усаҡты асырға әҙерләнә. Ленин урамының 72-се йортонда Өфө ҡалаһының тарихы музейы урынлашасаҡ. Унда “Боронғо Өфө” (XVIII быуатҡа тиклем), “Дворяндар, сауҙагәрҙәр Өфөһө” (XVIII - XIX быуат) һәм “Совет, хәҙерге заман Өфөһө” (XX – XXI быуаттың башы) тип аталған тарихи экспозициялар булдырыласаҡ. 
Әле буласаҡ музейға һәр теләгән кеше экспонаттар тапшыра ала. Бының өсөн шишәмбе һәм йома көндәрендә төшкө сәғәт 2-нән алып киске сәғәт 8-гә тиклем Киров районының 14-се мәктәбенә килергә кәрәк. Адресы – Туҡай урамы, 39, телефоны: 273-32- 76.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb