Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Өфө бейеүселәре Болгариянан еңеү менән ҡайтты
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 24 июль 2012
Өфө бейеүселәре Болгариянан еңеү менән ҡайтты
Өфө балалар сәнғәт мәктәбенең «Бейеү формулаһы» хореография ансамбле Албена ҡалаһында уңышлы сығыш яһаны. Коллектив «Болгария дуҫтары» («Приятели на България») Халыҡ-ара фестиваль программаһында ҡатнашты. Йәш бейеүселәр лайыҡлы наградалар – «Халыҡ бейеүе» номинацияһында I дәрәжә диплом һәм «Эстрада бейеүе» номинацияһында II дәрәжә диплом алып ҡайтты, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Быйыл үҙ һәләттәрен күрһәтергә Мәскәү, Архангельск, Магнитогорск, Новосибирск, Тула, Тольятти, Екатеринбург һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан йәш бейеүселәр килде. Яҡын сит илдәрҙән – Болгария, Ҡаҙағстан, Украина, Эстониянан да ҡатнашыусылар булды.
Өфө ансамбле етәкселәре Ирина һәм Николай Плотниковтар билдәләүенсә, коллектив был фестивалдә тәүгә ҡатнашмай, йәш бейеүселәр һәр саҡ жюри ағзаларының юғары баһаһына лайыҡ була. Сығанаҡ:
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө