8 декабрҙә Өфө почтамтында үҙенсәлекле мәрхәмәтлек акцияһы үтте. Уның барышында билдәле шәхестәр – яҙыусылар, артистар, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре балалар һәм ҡарттар йорттарына, мәктәп-интернаттарға республика баҫмаларын яҙҙырҙы.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Таңсулпан Бабичева ла акцияға ихлас ҡушылып, үҙе белем алған Дәүләкән ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназия-интернатына “Башҡортостан ҡыҙы” журналын бүләк итте.
Яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова Белорет районы Йөйәк ауылы мәктәбенә - "Башҡортостан" гәзите, бер инвалид кешегә "Ағиҙел" журналы яҙҙырҙы.