Быйыл Башҡортостанда Италия йылы тип иғлан ителгәйне. Шуға ла республикабыҙға итальяндарҙың килеүе — ғәҙәти күренеш. Яңыраҡ Өфөлә Миландың Бәләкәй театры артистары “Арлекино — ике хужа хеҙмәтсеһе” тигән спектаклен ҡуйҙы. Әйткәндәй, был Италия артистарының беҙҙең ергә тәү тапҡыр аяҡ баҫыуы. Спектаклдән һуң театрҙың етәксеһе Стефано Бонжованни тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
— Карло Гольдони әҫәре буйынса был спектакль 1947 йылда сәхнәләштерелгән, һәм унда Арлекино ролен тәүге тапҡыр Марчелло Моретти башҡарған, — ти театр етәксеһе. — Ә инде 1963 йылдан алып бөгөнгәсә уны даны бөтә донъяға таралған актер Ферручо Солери уйнай. Өфө сәхнәһендә “Арлекино — ике хужа хеҙмәтсеһе” спектакле ике көн барҙы.
Италия артистары З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты студенттары менән дә осрашты. Сит илдең театр оҫталары менән студенттар араһында йәнле әңгәмә булды. Беҙҙекеләр ҡунаҡтарҙы итальян телендә йырлап, ҡурай моңон ишеттереп ҡыуандырҙы.
Был саралар Башҡортостан һәм Италия араһындағы дуҫлыҡтың башланып тороуы ғыналыр…
Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА
«Башҡортостан» гәзитенән алынды