Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Өфөлә бөйөк рәссам Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған мәҙәни саралар үтә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 26 сентябрь 2012
Өфөлә бөйөк рәссам Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған мәҙәни саралар үтә
Өфөлә бөйөк рәссам, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Васильевич Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған мәҙәни саралар башланды.
Ошо уңайҙан баш ҡалабыҙға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды.
Рәссамдың оло юбилейы айҡанлы М.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында күргәҙмә асылды. Унда рәссамдың 187 эше тәҡдим ителә, уларҙың 118-е Рәсәйҙең 22 музейынан килтерелгән.
Күргәҙмәне асыу тантанаһы алдынан үткән матбуғат конференцияһында журналистарҙы юбилей сараларында ҡатнашыусылар менән таныштырҙылар. Улар – музей хеҙмәткәрҙәре, Нестеровтың ижадын өйрәнгән сәнғәт белгестәре, шул иҫәптән Рус музейы хеҙмәткәре, билдәле эксперт Павел Климов. Третьяков галереяһы директоры урынбаҫары Лидия Иовлева хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙә Михаил Нестеровтың юбилей күргәҙмәһе 2013 йылдың яҙына планлаштырыла. «Бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ваҡыт та, аҡса ла кәрәк. Өфө музейына республика етәкселеге тарафынан ярҙам күрһәтелде, шуға күрә бындай ҙур проект бойомға ашырылды ла инде. Беҙ Мәҙәниәт министрлығынан бер тин дә алманыҡ, күргәҙмәне хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгәндәр средстволары иҫәбенә ойошторабыҙ», — тип аңлатты Лидия Ивановна. Билдәле сәнғәт белгесе Нестеров көндәрендә ҡатнашҡан барлыҡ кешеләр исеменән рәссамдың ейәнсәренә – медицина фәндәре докторы Мария Ивановна Титоваға ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе. Журналистар һорауы буйынса ул үҙе хаҡында ла бер аҙ һөйләп ишеттерҙе.
Юбилей саралары сиктәрендә Өфөнөң Ленин урамында Нестеров скверын асыу һәм һүрәттәр конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантаналары үтәсәк.
Фотогалереяға күсергә
"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы"
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө