Өфөлә Ф.И.Шаляпин исемендәге 9-сы асыҡ ҡала йәш вокалистар конкурсына әҙерлек башланды. Бәйге Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфөләге бүлексәһе менән берлектә ҡала хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы менән үткәрелә. Быйыл ул 26-28 апрелдә үтәсәк. Гала-концерт 28 апрелдә З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Ф.И. Шаляпин исемендәге концерт залында ойоштороласаҡ.
Бынан тыш, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл «Өфөлә Шаляпин кисәләре» халыҡ-ара опера сәнғәте фестивален үткәреү планлаштырыла. Быйыл билдәле опера йырсыһының тыуыуына 139 йыл тулды.
Сығанаҡ: «Башинформ»