Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә ҡарата республиканың Ш.Руставели исемендәге грузин милли-мәҙәни үҙәге грузин киноһы кистәре миҙгелен асты. Тәүге кисә Өфөнөң «Смена» кинотеатрында үтте. «Мимино» киноһын ҡарарға Өфөнөң грузин, әзербайжан, әрмән һәм украин йәмғиәттәре йәштәре йыйылды.
Башҡортостан Республикаһындағы Грузин милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Давид Гурешидзе фекеренсә, грузин киноһы кистәрен үткәреү элекке Советтар Союзы халыҡтары араһында уникаль бәйләнештәрҙе тергеҙеүҙә ҙур роль уйнай.
— Дөйөм кешелек ҡиммәттәрен өҫтөн ҡуйған мәҙәниәт төрлө милләт һәм дин кешеләрен берләштереү сараһы булып тора, — тип билдәләне Давид Гурешидзе. – Халыҡтар араһындағы мәҙәни бәйләнештәр дуҫлыҡ һәм татыулыҡты һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Дәүләт һәм йәмғиәт мәҙәниәтте һәр ваҡыт айырыусы һаҡларға тейеш.
Автор: Людмила Терновая