Республикабыҙҙа халҡыбыҙҙың бөйөк мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла иҫтәлегенә бағышлан Х Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре башлана. 2007 йылдың 19 ғинуарында Башҡортостанда йыл һайын башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән мәшһүр шағир-гуманист, сәсән, мөғәллим-мәғрифәтсе һәм фәлсәфәсе Мифтахетдин Аҡмулланың халыҡ-ара көндәрен үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйылды. Ошо Указды ғәмәлгә ашырып, йыл һайын декабрь айында Башҡортостан халҡы Аҡмулланы иҫкә ала.
Быйыл да был саралар 10-12 декабрҙә үтәсәк. М.Аҡмулла исемен йөрөтөүсе Башҡорт дәүләт педагогия университетынан хәбәр итеүҙәренсә, программа сиктәрендә Аҡмулланың, уның мәғрифәтселек дәүеренә арналған тематик күргәҙмәләр, әҫәрҙәренә нигеҙләнгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса асыҡ дәрестәр, шиғырҙар конкурсы, конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороласаҡ. Байрам ғәҙәттәгесә баш ҡалабыҙ Өфөлә башлана һәм бөйөк шағирыбыҙҙың тыуған төйәгендә — Миәкә районының Туҡһанбай ауылында — тамамланасаҡ.