Өфөлә I «Урал ауазы» Халыҡ-ара конкурс-фестивале үтәсәк

Өфөлә I «Урал ауазы» Халыҡ-ара конкурс-фестивале үтәсәк
Өфөлә «Сочи-2014» мәҙәни олимпиадаһы ҡарамағындағы «Урал ауазы» («Зов Урала») Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ инструменттары ансамблдәре конкурс-фестивале үтә. Фестиваль 26 мартта башланды.
Конкурста Төркиә, Франция, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Татарстан, Ҡалмыҡстан, Тыванан профессиональ ансамблдәр һәм урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары оркестрҙары ҡатнаша. Киров, Омск, Силәбе, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Учалы һәм Октябрьский ҡалаларынан ансамблдәр үҙ оҫталыҡтарын күрһәтергә килгән.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың сығыштарына Рәсәйҙән, республиканан һәм яҡын сит илдәрҙән профессиональ жюри баһа бирәсәк. Жюри рәйесе – Рәсәйҙең халыҡ артисы, В.В.Андреев исемендәге дәүләт академия рус халыҡ оркестрының художество етәксеһе һәм дирижеры Дмитрий Хохлов (Санкт-Петербург). Бәйгене ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Х.Ф.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, төбәктең Милли халыҡ инструменттары оркестры сығыш яһай. Конкурс-фестивалдең художество етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, төбәктең Милли халыҡ инструменттары оркестры дирижеры Рәмил Ғәйзуллин.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, һуңынан төрки халыҡтарҙың милли инструменттары йыйылма оркестры булдырыласаҡ.
Гала-концерт бөгөн, 30 мартта 19 сәғәттә Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үтәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb