Өфөлә ул хәҙер ҡунаҡ ҡына

Өфөлә ул хәҙер ҡунаҡ ҡына
Башҡортостанда тыуып, сәнғәт өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән шәхестәр менән республикабыҙ халҡы хаҡлы ғорурлана. Дирижер Владимир Спиваков, йырсылар Юрий Шевчук, Земфира Рамазанова, Юрий Шатунов, Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың исемен Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр. Сыңғыҙ Ханнанов, Артур Нәзиуллин, Денис Хөсәйенов кеүек йәштәребеҙ ҙә бөгөн уларҙың юлынан тайпылмай, үҙ тауышын донъяға яңғырата. 
Әйткәндәй, яңыраҡ Өфөлә Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, талантлы башҡорт музыканты Денис Хөсәйеновтың концерты булды. 
Ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарға танылған яҡташыбыҙ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
 – Гәзит уҡыусыларҙы үҙең менән таныштырып китмәҫһеңме? 
– Өфө – тыуған ҡалам, күңелле лә, шаулы ла бала сағым ошонда үтте. Башта Нариман Сабитов исемендәге 1-се мәктәптә уҡыным. Тиҫтәләгән бала араһынан фортепиано класына һайлап алдылар, шул мәлдә нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ! Елена Олейник мине музыка тигән серле донъяға алып инеү өсөн ныҡ тырышты. Уҡытыусымдың быға көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәүен йылдар үткән һайын тәрәнерәк аңлайым. III кластан һуң Өфөнөң урта махсус музыка колледжында белем алдым, фортепиано буйынса Валентина Стариковала шөғөлләндем. Унан инде Мәскәүгә юлландым. 
– Ғөмүмән, сит ерҙә йәшәү – барыһы өсөн дә ҙур һынау. Илдең баш ҡалаһы һине нисек ҡабул итте? 
– Бер ҡайҙа ла һиңә ҡәҙер-хөрмәт, һый-ниғмәт әҙерләп тормайҙар. Үҙең сос, тәүәккәл икәнһең, ҡаршылыҡтар сүп кенә кеүек тойола. Юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк. Ҡолас йәйеп ҡаршы алмаһа ла, тәүге көндән үк оҡшаттым Мәскәүҙе. 
Петр Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы ҡарамағындағы Үҙәк музыка мәктәбен тамамланым. Рәсәйҙең халыҡ артисы, күренекле профессор Юрий Слесарев, мине үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырып, һәләтемде үҫтерҙе. XI кластан һуң тура Мәскәү дәүләт консерваторияһына уҡырға индем. Бөгөн ошо юғары уҡыу йортонда ассистент-стажермын. 
– Тыуған яғыңа ҡайтыуҙан, әлеге концерттан ниндәй тәьҫораттар алдың? 
– Тыуған һәм яратҡан ҡалама ҡайтырға һәр саҡ ашҡынып торам. Тәьҫорат тигәндән, ҡапылдан өҙөп кенә әйтеп тә булмайҙыр. Ғәҙәттә, ул бер ни хәтлем ваҡыттан һиндә яңы төҫтәр менән балҡый башлаусан. Өфөнөң күркәмләнә барыуына һәм төҙөклөгөнә иғтибар иттем. Кисәләрҙә иһә тамашасы менән нисек тә бәйләнешкә инергә ынтылам, һүҙһеҙ генә. Мәҫәлән, онотолоп китеп Мусоргскийҙың көйҙәрен башҡарғанда һиҙҙермәйенсә генә залға күҙ ташлағайным, тамашасыларҙың уйға сумыуын, һағышланыуын йәки йөҙҙәрендә шатлыҡ сатҡыларын күреп, шундай һөйөндөм, күңелем талпына башланы (Денис Хөсәйенов Рахманинов, Лист һәм башҡаларҙың да көйҙәрен уйнаны. – Авт.). Кисерештәрҙе тел менән аңлатыуы ауыр. Олоһона ла, кесеһенә лә онотолмаҫ ял минуттары бүләк иткәнмен икән, тимәк, маҡсатыма өлгәшә алғанмын. 
– Денис, кумир төшөнсәһенә ҡарашың нисек? 
– Берәүҙең дә кумиры булырға тейеш түгел. Был – минең шәхси фекерем. 
– Яҙмышыңды сәнғәт өлкәһе менән бәйләү өсөн кем этәргес бирҙе? 
– Әсәйем (Лариса Хөсәйенова. – Авт.) — виолончелист. Барыһы-барыһы өсөн дә уға рәхмәтем ҙур. 
– Киләсәккә уй-пландарың менән уртаҡлашмаҫһыңмы? 
– Быға тиклем Япония, Франция, Болгария кеүек юғары мәҙәниәтле илдәрҙә лә концерт ҡуйҙым. Әле Европаға юлланып, шунда сығыш яһарға әҙерләнәм. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнаһаң, үҫеш бигүк күренмәй. Төрлө илдә йөрөгәндә тәжрибә туплайһың, аралашаһың, бәйләнештәр булдыраһың. 
– Артабан да ижади уңыштар юлдаш булһын, Денис! 
Автор: И. АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb