Өфөнөң “Асыҡ микрофон көнө”нә рәхим ит!

Өфөнөң “Асыҡ микрофон көнө”нә рәхим ит!
Өфөнөң “Асыҡ микрофон көнө”нә рәхим ит!

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артындағы “Мин һине яратам, Өфө” арт-объекты ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан урындарының береһенә әүерелде.

Был урынды йәштәр һәм үҫмерҙәр “Ике фонтан майҙаны”, тип тә йөрөтә.
Әлеге “Ике фонтан майҙаны”, барлыҡҡа килгәне бирле, урам театрҙары, ижади коллективтар, айырым ижад итеүсе музыканттар, йырсылар өсөн ирекле сәхнәгә әүерелде.

Уны ойоштороусолар һәм популярлаштырыу өсөн тырышыусылар
кәрәкле уңайлыҡтар ҙа булдырған.
Әҙер аппаратура, тамаҡ ялғау урындары, хатта балалар өсөн уйын майҙансығы ла бар.
Ә ошо арала иһә, бындағы һәр шишәмбе “Асыҡ микрофон көнө” итеп иғлан ителгән.
Был, ниндәйҙер һәләттәре булған һәр кем урында үҙе һәм ижады менән таныштыра ала, микрофон уныҡы, тигән һүҙ.
“Асыҡ микрофон көнө” кисәһенең тәүгеһе 29 сентябрҙә, киске 19.00 башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb