21 мартта, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Өмөтлө ҡәләм» Республика конкурсы еңеүселәренә Диплом тапшырыу тантанаһы уҙасаҡ. Бүләкләү тамашаһынан һуң театр етәкселеге, БДУ профессорҙары менән берлектә түңәрәк өҫтәл - әҙәби осрашыу көтөлә.
Үткән йыл аҙағында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Башҡорт дәүләт университеты, йәш драматургтар араһында беренсе тапҡыр «Өмөтлө ҡәләм –2012» конкурсын иғлан иткәйне. Был конкурс – республиканың милли театр мәҙәниәтендә сағыласаҡ тарихи ваҡиға ул. Театр почтаһына пьесалар башта әҙләп кенә килһә, конкурс һөҙөмтәләрен йомғаҡлар ваҡыт еткәс, яҙмалар күбәйә башланы.