Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
11 апрель - Фашист концлагерҙарынан тотҡондарҙы азат итеү көнө
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 12 апрель 2012
11 апрель - Фашист концлагерҙарынан тотҡондарҙы азат итеү көнө
11 апрелдә Республика Хәрби Дан музейында Фашист концлагерҙарынан тотҡондарҙы азат итеү көнөнә арналған сара үтте. «Иҫләүе лә ҡурҡыныс, онотоп та булмай...» исемле сараны музей хеҙмәткәре Пономарева Светлана Борисовна алып барҙы. Шул аяуһыҙ йылдарҙың шаһиттары, бала-саҡ йылдарын тотҡонда үткәргән Раиса Алексеевна Устинова һәм Виталя Винцентовна Мосолыгиналар менән осрашыуға Өфө механик-технология техникумы студенттары, Орджаникидзе районының 129-сы мәктәп уҡыусылары килгән ине.
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, яҙыусы, Өфөнөң «Арлекин» хәйриә театры ойоштороусыһы һәм оҙаҡ йылдар художество етәксеһе булған Раиса Алексеевна Гитлерҙың «Шталаг N 352» концлагерына 5 йәшлек кенә сағында әсәһе, бер туған ағаһы һәм ауылдаштары менән эләгә.
Көнө-төнө әҙәм тәнен йотҡан крематорийҙарҙы, әсирҙәрҙе ғазаплау, улар менән йән өшөткөс тәжрибәләр үткәреү урынында булған, язалауҙарҙы үҙ күҙҙәре менән күргән, ул саҡта бала ғына көйө йәшәү өсөн көрәшкән инәйҙәр һөйләгәндә күҙҙәргә йәш тығыла.
Бындай саралар хәҙерге ваҡытта беҙҙҙең йәш быуын өсөн бик әһәмиәтле һәм кәрәкле. Һуғыш йылдарының бар ауырлығын, аслыҡ-яланғаслыҡты күргән оло быуын кешеләрен онотмаһаҡ ине.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Дағстандағы Табасаран театры «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектаклен сәхнәгә сығарҙы
Шишәмбе, 06 май 2025
|
Тулыраҡ >
«HAZINA» төркөмө боронғо башҡорт көйҙәрен заманса яңғырашта тыңларға саҡыра
Дүшәмбе, 28 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров вафат
Дүшәмбе, 28 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө