Уҡыусылары менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, ижады менән уртаҡлашыу, уларға күңел байрамы ойоштороу маҡсатында башҡорт шиғриәтендә иң емешле эшләгән шағирәләрҙең береһе – Гөлфиә Юнысова үҙенең ижад байрамына саҡыра.
Уның шиғырҙарының күбеһенә көйҙәр яҙылған. Композиторҙар — Роза Сәхәүетдинова, Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Юлай Үҙәнбаев, Ризуан Хәкимов һәм Урал Иҙелбаев — уларға яңы һулыш өҫтәгән. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа шағирә улы Урал менән Башҡортостаныбыҙ, баш ҡалабыҙ Өфө, тыуған тәбиғәт, тарихи геройҙар, мөхәббәт темаларына үҙенсәлекле һәм йыр-моң һөйөүселәр тарафынан яратып ҡабул ителгән бик күп йырҙар ижад иткән. Байрамда Гөлфиә Юнысованың ижадташ дуҫтары, күренекле артистар Тәнзилә Үҙәнбаева, Алһыу Бәхтиева, Резеда Әминева, Хәсән Усманов менән бергә халыҡ араһында танылыу яулап өлгөргән йәш йырсылар ҙа сығыш яһаясаҡ. Сараны ойоштороусылар Башҡортостан Яҙыусылар союзы, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге, “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайы етәкселеге. Кисәнең режиссеры — Сәйҙә Ильясова. Инеү бушлай.
«Башҡортостандың мәҙәниәт донъяһы» порталы