Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
18 ноябрь — «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк) монодрамаһы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
18 ноябрь — «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк) монодрамаһы
Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Алмас Әмиров башҡарған «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк) моноспектакле бик популяр һәм ул бик күп тамашасыларҙың яратҡан әҫәре. Тәү нәүбәттә спектаклдең йөкмәткеһе, ғәҙәти булмаған формаһы һәм артистың башҡарыу оҫталығы арбай тамашасыны. Спектакль һуңғы йылдарҙа ғына ла 4 тапҡыр Халыҡ -ара кимәлдәге театр фестивалдәрендә ҡатнашты: Украина, Литва, Карелия, Төнъяҡ Осетияла.. Моноспектакль, тимәк бер генә актер уйыны, тигән һүҙ һәм был осраҡта башҡарыусы бик тәжрибәле, талантлы, билдәле бер дәрәжәлә ҡыйыу булырға ла тейеш. Һәр моноспектакль актерҙың үҙе өсөн дә, тамашасы өсөн дә мөһим һәм был үҙе бер күренеш, ти театр тәнҡитселәре. «Алмас Әмиров башҡарған спектакль - сәхнә күрке, актер ролде бик оҫта башҡара, был юғары кимәлдәге һәм бик отошло уйын», - тип билдәләй йыш ҡына фестивалдәрҙең жюри ағзалары һәм тамашасылар. Спектаклде актер берҙәй оҫталыҡ менән башҡорт һәм рус телдәрендә уйнай. Шулай итеп, 18 ноябрь - шаршамбы көн тамашасыны «Әлифбанан бер себеш» көтә.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө