Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
20 февраль Мәләүез ҡалаһында Фаиль Абдраков иҫтәлегенә арналған үҙешмәкәр композиторҙарҙың төбәк-ара конкурсы үтә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 15 февраль 2013
20 февраль Мәләүез ҡалаһында Фаиль Абдраков иҫтәлегенә арналған үҙешмәкәр композиторҙарҙың төбәк-ара конкурсы үтә
БР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы, «Дуҫлыҡ» республика мәҙәни-методик үҙәк һәм Мәләүез районы администрацияһының мәҙәниәт бүлеге БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фаиль Абдраков иҫтәлегенә үҙешмәкәр композиторҙарҙың төбәк-ара конкурсын үткәрә. Конкурстың төп маҡсаты – үҙешмәкәр композиторҙарҙы табыу һәм уларҙың ижадын үҫтереүгә ярҙам итеү. Ейәнсура, Ишембай, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондарынан һәм Күмертау, Мәләүез, Салауат ҡалаларынан ҡатнашыусылар көтөлә. Конкурс талаптарына ярашлы, ҡатнашыусы төрлө характерҙағы 2 әҫәр тәҡдим итергә һәм уны төп нөсхәһендә йә үҙе, йә икенсе кеше башҡарырға тейеш. Еңеүселәр ике номинацияла билдәләнәсәк: инструменталь жанр һәм вокал жанры (ансамбль, йырсы, хор өсөн яҙылған әҫәрҙәр). Конкурс түбәндәге йәш категориялары буйынса үтә:
• 14 йәшкә тиклем;
• 14 йәштән алып 25 йәшкә тиклем;
• 25 йәштән алып һәм унан ҙурыраҡ;
Конкурс 2013 йылдың 20 февралендә Мәләүез ҡала мәҙәниәт һарайында үтә. 11.00 сәғәттә башлана.
БР Мәҙәниәт министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө