20 йыл бергә!

20 йыл бергә!
"Шоңҡар" республика йәштәр журналы 20 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләне. Баҫма ике тиҫтә йыл эсендә абруйлы матбуғат сараһына әйләнде. Уҡыусыларҙың күбеһе йәштәр булыуға ҡарамаҫтан, уны ололар ҙа яратып алдыра. Махсус проекттары иһә интернет киңлектәрен яулай. "Ҡош юлы" фестивале иһә башҡорт сәнғәтендә яңы йүнәлеш, башҡорт бард йыры үҫешенә этәргес бирҙе.
Танылған шағирә, баҫманың тәүге мөхәррире ТаҺылыу Ҡарамышева тарихи үҙгәрештәр осоронда барлыҡҡа килгән журнал республика үҙаллылығының емеше ине, тип хәтерләй. Шулай ҙа бөтәһе лә еңел генә бирелмәне. Бөтөнләй матди база булмағанлыҡтан, тәүге һандар баҫмаға баш мөхәррирҙең фатирында әҙерләнде, ти ул.
Ике тиҫтә йыл эсендә журнал үҙ уҡыусыһын тапты. Бөгөн уға яҙылыусылар араһында төрлө илдәрҙә, хатта ҡитғаларҙа йәшәүсе милләтәштәребеҙ бар.
Заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, журнал баҫма матбуғат менән генә сикләнмәй. Интернет киңлектәрен дә яулай. "Шоңҡар" ойошторған махсус проекттарҙа киң ҡатлам компьютер ҡулланыусылар ҡатнаша. "Ҡош юлы" автор йыры фестивале иһә республикала бард хәрәкәтен йәнләндерҙе. Унда ҡатнашыусы гитарала уйнап-йырлаусылар йылдан-йыл арта.
20 йыл эсендә "Шоңҡар" ҡанат нығытты. Заман һынауҙарын уңышлы үтеп, милли матбуғат саралары араһында үҙ урынын алды. Киләсәктә лә ул юлын, йөҙөн һәм һүҙен юғалтмаҫ тигән ышаныс ҙур.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb