2016 йыл Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ил Президентының «Рәсәй Федерацияһында Рәсәй киноһы йылын үткәреү тураһында»ғы Указына ярашлы, шулай уҡ ил кинематографияһына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында ҡул ҡуйылған.
Указға ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәтенә Рәсәй киноһы йылын уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетын булдырыу һәм уның составын раҫлау, шулай уҡ төп саралар планын әҙерләүҙе тәьмин итеү йөкмәтелгән.
Муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә тейешле саралар үткәрергә тәҡдим ителгән.