Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрының сығышынан һәр кем үҙенә көс, күтәренке кәйеф алалыр. Ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ кеүек боронғо музыка ҡоралдарының моңон тыңлау — үҙе бер ғүмер. Оркестрҙың халҡыбыҙҙың рухи байлығын төрлө ҡитғаларға таратыуҙа, мәҙәни бәйләнештәр булдырыуҙа әһәмиәте ҙур.
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәмил Ғәйзуллин тырышлығы менән бынан ун йыл элек республикабыҙҙа беренсе Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры ойошторолдо. Меңәрләгән тамашасының һөйөүен яулап өлгөргән ижади коллективтың художество етәксеһе алтын юбилейын ҡаршылай. Ошо уңайҙан Рәмил Ғәйзуллин 21 октябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында юбилейға арналған “Виват, Маэстро!” исемле концерт үтәсәк. Унда республикабыҙҙың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнаша. Шулай уҡ Санкт-Петербург урыҫ дәүләт академияһы оркестрының баш дирижеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Дмитрий Хохлов, Үзбәкстандың халыҡ артисы, Г. Джалилов исемендәге халыҡ милли музыка ҡоралдары оркестрының художество етәксеһе Фаруҡ Садиҡов, башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары кисәгә йәм бирәсәк. Тамашаға рәхим итегеҙ!
«Башҡортостандың мәҙәниәт донъяһы» порталы