Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
24 майҙа «Башинформ»да «Урал моңо – 2012» фестиваленә арналған матбуғат конференцияһы үткәрелә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 24 май 2012
24 майҙа «Башинформ»да «Урал моңо – 2012» фестиваленә арналған матбуғат конференцияһы үткәрелә
24 — 26 майҙа Өфөлә төрки йәштәренең XVI «Урал моңо-2012» халыҡ-ара музыкаль конкурс-фестивале үтәсәк. Йола буйынса йыр марафонында Ҡабарҙы-Балҡарҙан, Дағстандан, Ҡаҙағстандан, Башҡортостан, Хакасия, Тува, Алтай, Татарстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Саха (Якутия), Сыуашстан, Төркиәнән, Үзбәкстандан һәм Ҡарасәй-Черкес Республикаһынан йырсылар һәм ижади коллективтар ҡатнаша.
24 майҙа «Башинформ» агентлығында ойоштороусылар, жюри ағзалары һәм фестиваль конкурсанттары ҡатнашлығындағы матбуғат конференцияһы үткәрелә. Атап әйткәндә, журналистарҙың һорауҙарына БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Рәис улы Алтынбаев, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас Вәли улы Ишбирҙин, шулай уҡ жюри ағзалары: жюри рәйесе - композитор, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Урал Мирас улы Иҙелбаев, Әхмәт Байтурсынов исемендәге Костанай дәүләт университетының «Өнер» студияһы музыкаль етәксеһе Азамат Кабжалелулы Моҡатов, Рәсәй Федерацияһы йәштәр сәйәсәте өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре, Тува Республикаһының Бейеү спорты федерацияһы президенты Кызыл Калдар-оолович Куулар, Дағстандың Дәүләт хоры артисткаһы Фатима Явгайтар ҡыҙы Нурлыбаева яуап бирәсәк.
Матбуғат конференцияһы 15.00-дә башлана.
Сығанаҡ:
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө