30 йыл элек реставрацияға ебәрелгән Ленин һәйкәле үҙ урынына ҡайтты

30 йыл элек реставрацияға ебәрелгән Ленин һәйкәле үҙ урынына ҡайтты

Санкт-Петербургта реставрацияланып, Өфөгә ҡайтарыуҙың маҡсатҡа ярашлы булыу-булмауына бәйле ҡыҙыу бәхәстәрҙән һуң Ленин һәйкәле Өфөлә, Ленин һәм Коммунистик урамдары киҫелешендәге скверҙа, үҙ урынын алды.

В.И.Ленинға һәйкәл Башҡортостандың баш ҡалаһында 1924 йылда Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡуйыла. Үткән быуаттың 80-сы йылдарында гипстан эшләнгән һәйкәл емерелә башлай һәм Өфөнөң ҡала коммуналь хужалығы заказы буйынса Ленинград оҫталары яһалма мәрмәрҙән уның күсермәһен эшләй. 1987 йылда заказ үтәлә, әммә уның өсөн түләнмәй һәм һәйкәл Ленинградта ҡала. Бер йыл элек Рәсәй сәнғәт академияһы фондтарында уны скульптор Руслан Арсланбаев таба.

Ҡала халҡы һәйкәлде тарихи урынына ҡайтарыуҙы һорап сығыш яһай. Ошоға бәйле ҙур дискуссия йәйелдерелә, унда сәйәси партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә ҡатнаша. Бәхәстәрҙә ҡатнашыусыларҙың күбеһе һәйкәлде ҡайтарыуҙы яҡлап сыға. Реставрация эштәре һәм һәйкәлде ҡалаға ҡайтарыу өсөн Өфө эшҡыуарҙарының береһе түләй. Шулай итеп, В.И.Ленин һәйкәле 30 йылдан һуң Өфөлә, үҙенең тарихи урынында, ҡайтанан ҡуйылды.

Автор: Марина Шумилова

«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb