4 июндә - Радик Ҡоҙаяровтың «Рудольф Нуриев. Урланған үлемһеҙлек» документаль фильмының премьераһы

4 июндә - Радик Ҡоҙаяровтың «Рудольф Нуриев. Урланған үлемһеҙлек» документаль фильмының премьераһы
4 июндә Өфөнөң «Родина» кинотеатрында режиссер Радик Ҡоҙаяровтың «Рудольф Нуриев. Урланған үлемһеҙлек» документаль фильмының премьераһы үтә.
Был – РАЙТ кинокомпанияһы һәм «Родина» кинотеатры ҡатнашлығында «Сәйәси кино лабораторияһы»ның сираттағы авторлыҡ проекты. Фильм Рудольф Нуриев исемендәге XVIII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале сиктәрендә күрһәтелә. Автор танылған бейеүсе, хореограф, театр хеҙмәткәренең тормошо һәм ижады хаҡында бәйән итә.
Кино ҡарағандан һуң, залда фекер алышыу үткәрелә. Унда режиссер, тамашасылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм журналистар ҡатнаша.
Башлана – 18.30 сәғәттә.
Сығанаҡ: «Башинформ» 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb