Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
80 йәшең менән, сәхнәбеҙ аҡһаҡалы!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 25 декабрь 2014
80 йәшең менән, сәхнәбеҙ аҡһаҡалы!
27 декабрҙә - барса ғәләм яңы йылға аяҡ баҫырға әҙерләнгәндә театрҙа Башҡортостандың халыҡ артисы, өлкән сәхнә оҫтаһы, халыҡсан ижады, йөҙәрләгән ролдәре менән нисәмә быуын тамашасыһын илһамландырып йәшәгән Башҡортостандың халыҡ артисы Муллаян Сөйәрғоловтың ҙур юбилейы билдәләнә.
80 йәшкә ҡәҙәр сәхнәлә ролдәр уйнаған ҡайһы артисты хәтерләйбеҙ икән? Театр тарихында бармаҡ менән генә һанарлыҡ улар иҫәбе....
Муллаян Сөйәрғолов 1934 йылдың 21 ноябрендә Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. 1959 йылда Мәскәүҙең А.В. Луначарский исемендәге Рәсәй театр сәнғәте институтын тамамлап ҡайтҡандан һуң бөтә ғүмерен һәм талантын М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына бағышлай. Төрлө характерҙағы бик күп ролдәр башҡара. Бигерәк тә комик ролдәрҙә балҡый.
Юбиляр - данлы гитиссыларҙың сағыу бер вәкиле Муллаян Сөйәрғолов 27 декабрь көндө туған сәхнәһендә байтаҡ йылдар гөрләп барған спектакль Н.Ғәйетбайҙың «Аты барҙың - дәрте бар» комедияһында тормош һөйөүсән, оптимист, шаян һәм мөхәббәтле Һатыбал ролендә сығыш яһай һәм был кисә Муллаян Сөйәрғоловтың йөрәк түренән, өҙөлөп- өҙөлөп әйткән һүҙҙәре менән:
«Гел бәхеттән, өмөт һәм хыялдан
Һәйкәл һалыр инем халҡыма...» тип атала. Муллаян Зыяитдин улы, ысынлап та, ғүмере буйы туған халҡым, тип янды,әлеге көндә лә уның киләсәген ҡайғыртып йәшәүсе уҙаман, бик күп халыҡсан, фәһемле, талантлы ролдәре менән халҡына « һәйкәл ҡойоусы» халыҡ артисы.
27 декабрь көндө театрға юбилярҙы хөрмәт иткән, ижадын үҙ иткән бик күп тамашасылар, сәхнәләштәре, башҡа театрҙарҙан коллегалары һәм абруйлы ҡунаҡтар киләсәк. Ғашиҡтар иле - Бөрйән еренең шәп егете Муллаян Сөйәрғоловтың ижад һәм ғүм ер байрамында бергә булайыҡ, хөрмәтле тамашасылар! Тамаша 19.00 сәғәттә башлана.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө