Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Аҡ торна» конкурсына 220-нән ашыу эш ҡабул ителде
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 06 август 2012
«Аҡ торна» конкурсына 220-нән ашыу эш ҡабул ителде
Башҡортостанда төрки телле шиғриәтте тәржемә итеүселәрҙең II халыҡ-ара конкурсына ижади эштәр ҡабул итеү 1 сентябргә тиклем оҙайтыла.
«Аҡ торна» конкурсы Башҡортостандың баш ҡалаһында тәүге тапҡыр 2011 йылда үткәрелгәйне. Уникаль мәҙәни сарала Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән бер нисә тиҫтә автор ҡатнашты. Башҡорт әҙәбиәтен донъя кимәленә сығарыуға «Аҡ торна» халыҡ-ара төрки шиғриәтте тәржемә итеүселәр конкурсы ҙур мөмкинлек бирәсәк, тигән фекерҙә бәйгене ойоштороусылар. Был ижади майҙанда, башҡорт йәки башҡа ҡәрҙәш халыҡтарҙың телдәрендә яҙылған әҫәрҙәр яңы һулыш ала, ти улар.
Ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әле Мәскәү, Өфө, Ҡаҙан, Әстрәхан, Силәбе, Барнаул, Горно-Алтайск, Новороссийск һ.б. ҡалаларҙан, шулай уҡ Ҡаҙаҡстан, Украина, Әзербайджан, Үзбәкстандан 200-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 2012 йылдың октябренең икенсе яртыһына тәғәйенләнгән. Ә 7 сентябрҙә халыҡ-ара ТӨРКСОЙ ойошмаһына ингән илдәрҙең мәҙәниәт министрҙарының даими Советының XXX ултырышы һәм «Туғанлыҡ» V халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале мәлендә проекттың киңәйтелгән презентацияһын үткәреү күҙаллана.
Еңеүселәр «Фәлсәфә лирикаһы», «Граждандар лирикаһы» һәм «Мөхәббәт лирикаһы» тигән өс номинацияла билдәләнәсәк. Конкурстың шарттары менән www.aktorna.com адресы буйынса танышырға мөмкин.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө