Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Абдулла СОЛТАНОВҠА 85 йәш!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 31 март 2014
Абдулла СОЛТАНОВҠА 85 йәш!
Абдулла Солтанов йыр сәнғәтендә үҙенсәлекле күренеш. Йырсының һоҡландырғыс ижады милли йыр сәнғәтенең йөҙөк ҡашына әүерелде. Ул башҡарған йырҙарҙа тыуған ерҙең гүзәллеге, халҡыбыҙҙың бай рухи хазинаһы иҫ киткес моң булып ағыла. Абдулла Солтановтың сәхнәләге ҡабатланмаҫ сығыштары, юғары башҡарыу оҫталығы, тәбиғи һәләте үҙ һөнәренең маһиры булыуын дәлилләй. Ябай ауыл малайы халыҡ йырҙарын тыңлап үҫә. Әсәһе Мәхиямал апай йырларға ярата, атаһы, ағалары ҡурайсы була. Шулай итеп, үҫмер егет күңелендә “Урал”, “Томан”, “Буранбай” кеүек башҡорт халыҡ йырҙары йәшәй башлай.
Профессиональ сәхнәгә Абдулла Афзал улы 1955 йылда сыға. “Юлдаш” (һуңыраҡ “Ләйсән”) бейеү ансамбле составында СССР-ҙың төрлө ҡалаларында, Германияла, Португалияла, Польшала сығыш яһай. Уның исеме республикабыҙҙа ғына түгел, ә сит ил тамашасыһына ла киң билдәле. Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Япония, Болгария, Франция һәм башҡа ил-тарафтарҙы башҡорт моңона ғашиҡ итте ул.
Киң диапазонлы тауышы, юғары ноталарҙы күкрәк резонаторы менән алыуы, башҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡарыуы Абдулла Солтановты данға күмә. Бөгөн ул — Башҡортстандың халык артисы (1996), БАССР-ҙың аткаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1992).
Моң эйәһе Абдулла Солтановтың күркәм ғүмер байрамына арналған кисәгә рәхим итегеҙ!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө