Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Афарин, Роберт!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Афарин, Роберт!
Башҡорт егете Рәсәй халҡын һоҡландырҙы!
Хәҙерге заманда таланттарҙы асыу ниәтендә бихисап конкурстар үткәрелә. Шулар араһынан иң популяр бәйгеләрҙең береһе — “ТНТ” телеканалы ойошторған “Бейеү” проекты. Унда күптән түгел яҡташыбыҙ, башҡорт егете Роберт Әмиров ҡатнашып, тотош Рәсәй халҡын оҫта бейеүе менән һоҡландырҙы.
Роберт Белоретта тыуып үҫә, ҡаланың 8-се мәктәбендә белем ала, бәләкәй сағынан бейеү менән мауыға.
– Биш йәшемдән үк атайым бейергә өйрәтә башланы. Ул йәш сағында брейк-данс менән мауыҡҡан, – тип һөйләне Роберт үҙе тураһында. – Шуғамы икән, бала саҡтан уҡ бейеүсе булырға ҡарар иттем. Ун йәшемдә ҡала мәҙәниәт һарайына брейк-данс студияһына йөрөй башланым. Үҫкәс, яратҡан шөғөлөм һөнәремә әйләнергә тейешлегенә төшөндөм. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжына уҡырға индем.
Егет колледжда уҡыған мәлендә төрлө бейеү конкурстарында һәм батлдарҙа (кем яҡшыраҡ хәрәкәт итеү ярышы) ҡатнаша. Шуларҙың береһендә – “Талант ҡанаттарында” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып, призлы урын алһа, Өфө, Санкт-Петербург ҡалаларында уҙғарылған бейеү конкурстарында Гран-приға лайыҡ була. Ә инде нисек итеп “ТНТ” каналы проектына барып эләгеүе тураһында Роберт былай тип һөйләне:
– Был көтмәгәндә килеп сыҡты. Төмәндә йәшәгән инәйем ҡалала «Бейеү» проектының һайлап алыу туры буласағы тураһында хәбәр итте һәм, миңә унда ҡатнашып ҡарарға кәңәш биреп, “Бәйләнештә” битенә анкета ебәрҙе. Мин уны тултырып, тейешле адресҡа һалдым. Күп тә үтмәй, проектты ойоштороусылар минең менән бәйләнешкә инеп, Төмәнгә кастингта ҡатнашырға саҡырҙы. Унда һайлап алыу турын үткәс, жюри ағзалары Егор Дружинин һәм Мигель алдында сығыш яһау өсөн Екатеринбургка барҙым. Кастингта 300 ҡатнашыусы үҙ һөнәрен күрһәтте. Әлбиттә, бик тулҡынландым, әммә унда яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшеваның булыуы, йылы һүҙҙәре рухи көс өҫтәне.
Роберттан ниңә «Мистер Фрик» псевдонимы менән сығыш яһауы тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.
– Freak инглиз телендә йәмһеҙ, шөкәтһеҙ тигәнде аңлата. Үҫмер саҡта кешенән уңайһыҙландым, сөнки тулы кәүҙәле булдым. 16 йәшемдә 93 килограмм тарта инем. Ныҡлап бейеү менән шөғөлләнә башлағас, ябыҡтым. Әммә бәләкәйҙән күңелемдә оялаған кәмселекле тойғо ҡайһы саҡта үҙен һиҙҙереп тә ҡуя. Һүҙ ҙә бик ҡыҙыҡ яңғырай, — тип йылмайҙы ул.
Бейеү донъяһын яуларға ниәтләнгән Роберт әле Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Fusion» һәм «Лидер кидс» бейеү студияларында хореограф булып эшләй. Һәр бейеүсенең кумиры була. Роберттың да һоҡланған кешеләренең береһе — ҡабатланмаҫ йырсы, бейеүсе Майкл Джексон. Егет үҫмер сағынан уҡ ошондай мәшһүр шәхестәргә оҡшарға ынтыла. Ысынлап та, хыялдар ҡасан да тормошҡа аша. 21 йәшлек замандашыбыҙ уңыштарға нәҡ тырышлығы арҡаһында ирешкән.
Әйткәндәй, бейеүгә маһир йәш талант яуланғандар менән туҡталып ҡалырға йыйынмай. Киләсәктә үҙенең бейеү мәктәбен асырға хыяллана һәм, уҡыуын камиллаштырып, халҡыбыҙ мәҙәниәтенә хеҙмәт итергә теләй.
Йәштәребеҙ, Роберт кеүектәрҙән үрнәк алып, киләсәктә бөтөн донъяға халҡыбыҙ данын таратһын ине.
Автор: Нурия ШӘРИПОВА.
"Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө