Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Ай тотолған төндә» трагедияһы «Туғанлыҡ» фестивалендә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 10 сентябрь 2012
«Ай тотолған төндә» трагедияһы «Туғанлыҡ» фестивалендә
Республиканың сәнғәт коллективтары быйылғы ижад миҙгелен төрки телле театрҙарҙың V Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале менән башланы. 6 сентябрҙән 13 сентябргә тиклем уҙасаҡ ижади сарала төрки телле илдәрҙән һәм республикаларҙан 17 коллектив ҡатнаша. Ҡағиҙә буйынса, һәр төбәк һәм ил конкурсҡа 1 спектакль сығара. Башҡортостан данын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры яҡлай. Коллектив театр режиссеры Айрат Абушахманов ҡуйылышында Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса спектакль тәҡдим итә.
«Ай тотолған төндә» донъяның ниндәй генә сәхнәһендә ҡуйылмаған. Уны һәр театр төп сәхнә әҫәре итеп һанай. Башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәре, йолалары аша күрһәтелгән драма халыҡ аҡылы, поэтик һәм эстетик зауыҡ менән һуғарылған. Шәхес һәм йәмғиәт, көс менән иреклек бер бөтөн булып тоташа. Заманса йүнәлештә сәхнәләштерелгән трагедияла ижади коллективтың дүртенсе быуын актерҙары уйнай.
«Ай тотолған төндә» трагедияһының төп героиняһы- ҡайғыға сумған, утыҙ йыл буйы тәрән үкенестә йәшәгән әсә. Образға көслө рухлы актриса ғына дәғүә итә ала. Был юлы Тәңкәбикә ролен Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сара Буранбаева башҡара.
Шуны ла әйтергә кәрәк, 6 йыл элек уҙған һуңғы Туғанлыҡ фестивалендә Айрат Әбушахмановтың «Кәкүк ояһы» спектакле Гран-при яулағайны.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө