Айтуғанға йыр-моң туған

Айтуғанға йыр-моң туған
Белоруссияның Полтава ҡалаһы. Халыҡ-ара йыр фестивале бара. Бына алып барыусы йәнә бер конкурсанттың исемен атаны. Сәхнә уртаһына милли кейемдәге егет килеп баҫҡас, халыҡ уға һынамсыл баҡты. Ул күкрәген киреп тын алды ла, тирә-яҡты яңғыратып, халыҡ йыры “Уралым”ды һуҙып ебәрҙе.
Юғары сәнғәт өсөн тәржемә кәрәкмәй, тиеүҙәре дөрөҫ икән. Тамашасылар егеттең үҙен сәхнәлә тотошонан, ҡулы менән ишаралауынан, тын иркенлегенән йырҙың мәғәнәһенә төшөнә ине. Кинәт залда ут һүнде! Тирә-яҡ дөм-ҡараңғылыҡҡа сумды. Аппаратура ла эшләмәй, әммә егет кенә йырын өҙмәне. “Уралым” бындағы һәр кемдең күңелен хисләндерә бирҙе. Бына йыр тамамланды. Башҡорт моңо менән әҫәрләнгән халыҡ зыҡ ҡубып алҡышларға тотондо. Берәүҙәр “браво!” тип ҡысҡырҙы, кемдер шатлығын йәшерә алмай һыҙғырып та ебәрҙе. Шулай итеп, жюри ағзалары, һис шикһеҙ, беренсе урынды Өфө сәнғәт училищеһы студенты Айтуғанға бирергә ҡарар итә. Был шатлыҡлы минуттарҙы егет әле лә тулҡынланып иҫкә ала. Ул мәктәптә уҡығанда уҡ сәхнә тәмен татығайны. Бынан ун йыл самаһы элек уның Башҡорт дәүләт филармонияһында сығышын ҡарағайным. Ап-аҡ түбәтәй кейгән малайҙың тауышы көслө ине. Танылған музыкант Редик Фәсхетдинов баянда һыҙҙыра, ә ул ихласлап халыҡ йыры “Ялсығол”до башҡарҙы. Сәхнәлә үҙен хәс артистарса тотҡан малайға халыҡ ҡушылып йырлағайны шул концертта. Атанан күргән — уҡ юнған, тиҙәр. Күрәһең, йыр-моңға һөйөү Айтуғанға атаһы Рәмил ағайҙан күскән. Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, республикабыҙҙың Милли музыка ҡоралдары оркестрының художество етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин һәммәбеҙгә лә яҡшы таныш. Уның сәнғәткә тоғролоғо, тынғыһыҙ ижади эшмәкәрлеге күптәргә өлгө булып тора. Үҙе сәнғәткә бирелеп йәшәгән шәхес киләсәктә уның үҫешен хәстәрләй. Шуға ла Рәмил ағай бәләкәйҙән улын сәхнә тормошо менән таныштырғандыр. — Атайыма рәхмәтем сикһеҙ, — ти Айтуған. — Уның кәңәштәренә һәр саҡ ҡолаҡ һалам, ул беҙҙең белемле, мәҙәниәтле булыуыбыҙҙы теләй. Сәнғәт донъяһына оло юл кескәй еңеүҙәрҙән башлана. Айтуған күп абруйлы конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып, йыш ҡына беренселекте ала. Һигеҙ йәшендә ул Мәскәүҙә уҙғарылған “Роза ветров” халыҡ-ара конкурсында көсөн һынап ҡарай. Милли кейемдәге малайға танылған актер Николай Караченцов та һоҡлана. Халыҡ йырын башҡарып, Айтуған Ғәйзуллин Мәскәүҙән гран-при яулап ҡайта. Туғыҙынсы класты тамамлағас, егет һис икеләнмәй Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға бара. Вокал буйынса уға педагог Наилә Йосопованан һабаҡ алыу бәхете эләгә. Һәләтле егет дәрестә әйтелгән һәр кәңәште күңеленә һеңдереп, уҡытыусының өмөтөн аҡларға тырыша. Күп тә үтмәй Һамар ҡалаһында уҙғарылған Дельфий уйындарында ҡатнашып, алтын миҙалға лайыҡ була. Билдәле продюсер Лина Арифуллинаның мюзиклында ла ҡатнаша. Әйткәндәй, Айтуған ил алдындағы хәрби бурысынан да ситтә ҡалмай — Калуга өлкәһендә Хәрби-Һауа көстәре ғәскәрендә хеҙмәт итеп ҡайта. Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған егеткә күптәр Мәскәүҙә белем алырға кәңәш итә. Икенсе курстан һуң Айтуған, күп уйлап тормай, Мәскәүгә барып, Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка колледжына уҡырға инә. Илебеҙҙең баш ҡалаһында белем алыу — һәр кем өсөн оло мәртәбә. Унда танылған сәхнә әһелдәренән дәрес алыу — үҙе бер бәхет. Курсты тамамлағанда, тотош төркөм вокал буйынса имтихан тапшыра. Жюри комиссияһында Надежда Бабкина ла була. Айтуған уларға халыҡ йыры “Сибай”ҙы ишеттерә. Башҡорт егете йырлап бөткәс, Надежда Бабкина түҙмәйенсә “Браво!” тип ҡысҡырып ебәрә. Башҡорт моңо менән әҫәрләнгән йырсы уға иң юғары баһаны бирә. — Беҙҙең халыҡ йырҙарын һәр ерҙә яратып тыңлайҙар, — ти Айтуған, шатлығынан йылмайып. — Урыҫтар уны “эксклюзив” тип тә атай, сөнки бүтән халыҡтарҙыҡына оҡшамаған. Шуға ла мин, ғорурланып, һәр концертта үҙебеҙҙең йырҙарҙы башҡарам. Композиторҙар ижад иткән әҫәрҙәр ҙә бар йәш йырсының репертуарында. “Ишкәксе йыры”, “Күҙ нурым” кеүектәре Айтуған Ғәйзуллин башҡарыуында хәҙер Интернет донъяһын иңләй. Күп йәштәр Айтуғандың моңло тауышын үҙ итеп өлгөрҙө. Әле ул Өфөгә ҡайтҡан. Ял осоро булһа ла, ҡул ҡаушырып ултырмай. Яңы йырҙар яҙҙырыу менән мәшғүл, концерттарҙа ла сығыш яһай. Кәрәк икән, ҡурайҙа ла, гитарала ла уйнап ебәрә. Йыр-моңдо туған иткән Айтуған Ғәйзуллин киләсәктә сәнғәтебеҙҙе байытыуҙа үҙ өлөшөн индерәсәгенә өмөтөбөҙ ҙур.
Автор: Айгиз Баймөхәмәтов
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb