Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Айы ла, йондоҙо ла бар
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 26 ноябрь 2014
Айы ла, йондоҙо ла бар
Сәйер инде был яҙмыш тигәнең. Кемгәлер аҡ юл һайлай, кемделер һынауҙар менән күмә. Мәҙинәгә лә бихисап кәртә әҙерләнгән: ул йәшләй генә әсәһен юғалта, ире хыянат юлына баҫып, һуңынан эскесегә әйләнә, инде килеп, йәш әсә ҡолонсаҡтай йүгереп йөрөгән балаһын юғалта… Тик яҙмыш Мәҙинәне һындыра алмай. Көслө рухлы ҡатын Кеше булып ҡала белә.
Бына нисек итеп төҫмөрләй әҙәм балаһын (ҡатын-ҡыҙҙы) Туфан Миңнуллин үҙенең “Ай булмаһа, йондоҙ бар” исемле пьесаһында. “Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, һынырға хаҡыбыҙ юҡ!” – тигән һымаҡ. Ә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең 24-се ижад миҙгелен нәҡ ошо әҫәрҙе сәхнәләштереү менән башлап ебәреүе осраҡлы түгелдер. Төптән уйлап ҡараһаҡ, бындай яҙмыш бөгөн кешене генә түгел, ҡайһы бер ойошма-учреждениеларҙы, хатта дөйөм дәүләттәрҙе сорнап алған һымаҡ. Стәрлетамаҡ театрының үҙен алғанда ла, үткән юлы бормалы-бормалы уның. Төрлө саҡтары булды: берсә күтәрелде, берсә заман ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыны. Әммә шуныһы хаҡ: ниндәй генә осор булмаһын, ижади коллектив һис ҡасан баҙап, һүнеп ҡалманы, береһенән-береһе сағыуыраҡ әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереп торҙо. Дәртле “Ҡыҙ урлау”ҙы хәтергә төшөрһәк тә, берсә илатҡан “Ғәлиәбаныу”ҙы иҫләһәк тә, актерҙарҙың “сәхнәлә йәшәүе” һәр кемгә аңлашыла ине. Ижад миҙгелен асыу тантанаһында ла һүҙ нәҡ үҙ эшен мөкиббән яратҡан актерҙар һәм тоғро тамашасы хаҡында барҙы.
– Әле генә Өфө тамашасыһын һөйөндөрөп ҡайтҡайныҡ, хәҙер үҙ залыбыҙҙа ла гөрләтеп спектаклдәр башланды. Быйылғы миҙгел бай булыр, – тип Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең директоры Ғәфүр Һәйетҡолов алдағы пландарын күҙалланы.
Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Зөфәр Зиннәтуллин иһә артистарҙың ҙур башланғыстарына изге теләктәрен еткерҙе, залдың һәр саҡ бөгөнгөләй тулы булырына ышаныс белдерҙе.
Артистарҙы, тамашасыны яңы миҙгел менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег Ханов та тәбрикләне:
– Сирек быуат эсендә Стәрлетамаҡ башҡорт театры ниндәй генә ауырлыҡтар аша үтмәне, әммә бындағы ижади көс, берҙәмлек үҙ тамашасыһына тоғро ҡалырлыҡ нигеҙ булды, – тине Өфө ҡунағы.
Спектаклгә килгәндә, бындай әҫәргә стәрлетамаҡтар күптән һыуһағайны. Юҡһа, һуңғы арала мәҙәни усаҡтарҙа төп иғтибарҙы әҫәрҙән ситкә – музыка, сәхнә биҙәлешенә – алып киткән, милли тамашасыға хас булмаған тамашалар артыҡ күбәйҙе һымаҡ. Ә был спектакль ифрат ябай, шул уҡ ваҡытта фәһемле булды. Әҫәрҙә күтәрелгән тема көнүҙәк.
Эйе, ҡаланың башҡорт театры яңы миҙгел генә түгел, ә тормош башлап тора һымаҡ. Планда ла ошондай яҡшы әҫәрҙәр барлығы коллективҡа ҙур өмөттәр бағлата. Театр тамашасыһына артабан да шулай яҡын булһа, айҙары ла булыр уларҙың, йондоҙҙары ла, ҡояшы ла баш осонан китмәҫ.
Автор: Рәмил МАНСУРОВ.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө