Айы ла, йондоҙо ла бар

Айы ла, йондоҙо ла бар
Сәйер инде был яҙмыш тигәнең. Кемгәлер аҡ юл һайлай, кемделер һынауҙар менән күмә. Мәҙинәгә лә бихисап кәртә әҙерләнгән: ул йәшләй генә әсәһен юғалта, ире хыянат юлына баҫып, һуңынан эскесегә әйләнә, инде килеп, йәш әсә ҡолонсаҡтай йүгереп йөрөгән балаһын юғалта… Тик яҙмыш Мәҙинәне һындыра алмай. Көслө рухлы ҡатын Кеше булып ҡала белә.
Бына нисек итеп төҫмөрләй әҙәм балаһын (ҡатын-ҡыҙҙы) Туфан Миң­нул­лин үҙенең “Ай булмаһа, йондоҙ бар” исемле пьесаһында. “Бер нәмәгә ҡара­маҫтан, һынырға хаҡыбыҙ юҡ!” – тигән һымаҡ. Ә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең 24-се ижад миҙ­гелен нәҡ ошо әҫәрҙе сәх­нәләштереү менән башлап ебәреүе осраҡлы түгелдер. Төптән уйлап ҡараһаҡ, бындай яҙмыш бөгөн кешене генә түгел, ҡайһы бер ойошма-учреж­дениеларҙы, хатта дөйөм дәүләттәрҙе сорнап алған һымаҡ. Стәр­летамаҡ театрының үҙен алғанда ла, үткән юлы бормалы-бормалы уның. Төрлө саҡ­тары булды: берсә күтәрелде, берсә заман ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыны. Әммә шуныһы хаҡ: ниндәй генә осор булмаһын, ижади коллектив һис ҡасан баҙап, һүнеп ҡалманы, бере­һенән-береһе сағыуыраҡ әҫәрҙәрҙе сәхнә­ләштереп торҙо. Дәртле “Ҡыҙ ур­лау”ҙы хәтергә төшөрһәк тә, берсә илатҡан “Ғә­лиә­ба­ныу”ҙы иҫләһәк тә, актерҙарҙың “сәхнәлә йәшәүе” һәр кемгә аңлашыла ине. Ижад миҙгелен асыу тантана­һында ла һүҙ нәҡ үҙ эшен мөкиббән яратҡан актерҙар һәм тоғро тамашасы хаҡында барҙы.
– Әле генә Өфө тамашасыһын һө­йөн­дөрөп ҡайтҡайныҡ, хәҙер үҙ залы­быҙҙа ла гөрләтеп спектаклдәр баш­ланды. Бы­йылғы миҙгел бай бу­лыр, – тип Стәр­летамаҡ дәүләт театр-концерт бер­ләшмәһенең директоры Ғәфүр Һә­йет­ҡолов алдағы пландарын күҙал­ланы. 
Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Зөфәр Зиннәтуллин иһә артис­тарҙың ҙур башланғыстарына изге теләк­тәрен еткерҙе, залдың һәр саҡ бөгөнгөләй тулы булырына ышаныс белдерҙе.
Артистарҙы, тамашасыны яңы миҙгел менән Мәжит Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, Башҡорт­остан­дың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег Ханов та тәбрикләне:
– Сирек быуат эсендә Стәрлетамаҡ башҡорт театры ниндәй генә ауыр­лыҡтар аша үтмәне, әммә бындағы ижа­ди көс, берҙәмлек үҙ тамашасы­һына тоғро ҡалырлыҡ нигеҙ булды, – тине Өфө ҡунағы.
Спектаклгә килгәндә, бындай әҫәргә стәрлетамаҡтар күптән һыуһағайны. Юҡһа, һуңғы арала мәҙәни усаҡтарҙа төп иғтибарҙы әҫәрҙән ситкә – музыка, сәхнә биҙәлешенә – алып киткән, милли тамашасыға хас булмаған тамашалар артыҡ күбәйҙе һымаҡ. Ә был спектакль ифрат ябай, шул уҡ ваҡытта фәһемле булды. Әҫәрҙә күтәрелгән тема көнүҙәк.
Эйе, ҡаланың башҡорт театры яңы миҙгел генә түгел, ә тормош башлап тора һымаҡ. Планда ла ошондай яҡшы әҫәрҙәр барлығы коллективҡа ҙур өмөттәр бағ­лата. Театр тамашасыһына артабан да шулай яҡын булһа, айҙары ла булыр уларҙың, йондоҙҙары ла, ҡояшы ла баш осонан китмәҫ.
Автор: Рәмил МАНСУРОВ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb