Академтеатр республикабыҙ тамашасыларын һөйөндөрә

Академтеатр республикабыҙ тамашасыларын һөйөндөрә
Салауат районының Малаяҙ ауылында, шулай уҡ “Янғантау” шифаханаһында, Үрге Ҡыйғыла һәм Оло Ыҡтамаҡта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре үтте. 
Республикабыҙҙың төрлө ауыл-ҡалалары тамашасыһы алдында театр йыл дауамында сығыш яһай. Яңы спектаклдәр күрһәтеү, халыҡ менән осрашыу, хәл-әхүәл белешеү, тамашасыны рухландырыу сәхнә эшмәкәрҙәренә лә рухи яҡтан байыуға булышлыҡ итә. Шуға күрә мәҙәниәтте һәм театрҙы хөрмәт иткән тамашасы менән осрашыу артистар өсөн генә түгел, ике яҡҡа ла берҙәй үк әһәмиәтле. 
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры был юлы үҙенең тамашасыларына ике әҫәр тәҡдим итте — халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған “Февраль. Буран...” спектакле һәм балалар өсөн А. Толстойҙың “Буратино” музыкаль әкиәте. “Февраль. Буран...” спектакле мәшһүр шағирҙың бөйөк тә, фажиғәле лә тормошон сәхнәнең барлыҡ алымдарын һәм мөмкинлектәрен ҡулланып асып бирергә тырыша. Жанр йәһәтенән “шағир донъяһына сәйәхәт” булараҡ нарыҡланған был тамаша асылда — олуғ шәхесебеҙ менән ғорурланыу ҙа, һоҡланыу ҙа, әрнеү ҙә. Ғөмүмән алғанда, Шағир рухы алдында баш эйеү. Проекттың “Салауаттар” яҡташтар ойошмаһының ярҙамы менән тормошҡа ашырылғанын да билдәләп үтергә кәрәк. 
Башҡорт әҙәбиәтенә һәм мәҙәниәтенә шундай арҙаҡлы шәхестәр бүләк иткән төбәк әле лә һынатмай. Урындағы халыҡ мәҙәниәткә оло ихтирам менән ҡарай. Салауат районының Малаяҙ ауылында һәм “Янғантау” шифаханаһында үткән тамашалар район етәкселегенең иғтибарынан да ситтә ҡалманы. Хакимиәт башлығы Ғәли Хәйретдинов район халҡына ҙур байрам бүләк иткәне өсөн театрға ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Сәхнә өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән артистар өсөн был бик мөһим”, — тине театрҙың директоры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев. 
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының артабанғы гастролдәре 21 майҙа Борай, 22-һе Мишкә, 23-ө Нуриман районының Ҡыҙылъяр район мәҙәниәт һарайҙарында үтте. Данлыҡлы театр унда балалар өсөн “Буратино” музыкаль әкиәтен, ә кистәрен Салауат Әбүзәр пьесаһы буйынса ҡуйылған “Хыялый” лирик комедияһын күрһәтте.
Cығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb