Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Академтеатр сәхнәһендә - музыкаль ринг!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 24 апрель 2012
Академтеатр сәхнәһендә - музыкаль ринг!
Ошо арала М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһен рингҡа әйләндерергә уйлайҙар! Мәңгегә түгел, әлбиттә. Бары бер көнгә генә. “Сәхнәнең рингҡа ни бәйләнеше бар?” – тиһәгеҙ, 26 апрель көнө академтеатрға мотлаҡ килегеҙ! Бары бер тапҡыр буласаҡ хәтәр тамашаны күрмәй ҡалмағыҙ бер үк!
Сәнғәттәге ринг, билдәле, спорттағыһынан айырыла: ысын рингта беҙ боксерҙарҙы күреп өйрәнһәк, беҙҙекендә йырсылар көс һынашасаҡ. Уларҙың көрәшеү ҡоралы, әлбиттә, - йыр-моң, бейеү, артислыҡ һәләттәре. Ярышта театрҙың билдәле артистары Сәғиҙулла Байегет, Алһыу Бәхтиева, Фирүзә Париж, Светлана Хәкимова, Урал Әминев, Артур Ҡунаҡбаев, Хәким Мортазиндарға ҡаршы башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Гүзәл Асылбаева, Зилиә Бәхтиева, Руслан Зөлҡәрнәев, Рәил Өмөтбаев, Гүзәл Әҙеһәмова, Рафаэль Сәғитов, Линар Халиковтар сығыш яһаясаҡ. Барыһы ла ысын ринг шарттарына ҡороласаҡ.
Кисәлә тыуып торасаҡ сюрприздар бында ҡатнашыусылар өсөн дә, тамашасыға ла ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булырға оҡшай. Сәхнә йондоҙҙарының өр-яңы йырҙары, килеп тыуған хәлдән сығыу юлын таба белеүҙәре, һорауҙарға тиҙ арала яуап ҡайтарыу оҫталыҡтары – барыһы ла ғәҙел баһаланасаҡ.
Идеялар генераторы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегетов!
Ғөмүмән, сәхнә-рингтағы көрәш бик ҡыҙыу һәм мауыҡтырғыс буласаҡ! Килегеҙ, күрегеҙ, яратҡан артистарығыҙ өсөн тауыш бирегеҙ!
Йондоҙҙарҙың ринга күтәрелеүе 26 апрель көнө 19.00 сәғәттә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә буласаҡ.
Сығанаҡ:
«Тамаша»
журналы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө