Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Календарь Дней армейской культуры
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Академтеатрҙа премьера!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 08 июнь 2012
Академтеатрҙа премьера!
Йәй миҙгелен ҡаршылап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙ тамашасыһын йәнә бер «күстәнәс» менән һөйөндөрмәксе: әлеге ваҡытта академтеатр Наил Ғәйетбайҙың «Бер мәл санаторийҙа…» пьесаһы буйынса өр-яңы комедия әҙерләү өҫтөндә эшләй. Режиссеры – Илдар Вәлиев.
Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған элекке хеҙмәт алдынғылары: ябай эшселәр, интеллигенция вәкилдәре ял итергә санаторийға килә. Әммә, ни ғәләмәт: беренсе көндән үк аңлашмаусанлыҡтар, сыуалыштар башлана. Етмәһә, төрлө райондарҙан йыйылыуға ҡарамаҫтан, геройҙарҙың яҙмышы бер-береһенә бәйле, хатта ҡайһылары ҡасандыр бер-береһен бик яҡын күргән кешеләр булып сығалар…
Спектаклгә, дөйөм алғанда, театрҙың оло быуын артистары йәлеп ителгән. Тәнзилә Хисамова, Нурия Ирсаева, Миңзәлә Хәйруллина, Хәмит Яруллин, Илдар Сәйетов, Суфия Сәфиуллина, Илсөйәр Ғәзетдинова, Рәмзиә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Заһир Вәлитов, Рауис Заһитов һәм башҡа яратҡан артистарығыҙ әҙерләгән яңы спектакль йәй алдынан барығыҙға ла яҡшы ял, күтәренке кәйеф бүләк итер тигән өмөттәбеҙ!
Премьера көнө - 7 һәм 8 июнь!
Әйткәндәй, 8 июнь театр 92-се ижад миҙгелен ябасаҡ һәм ошо уңайҙан спектакль алдынан 18.00 сәғәттә театр алдындағы майҙанда ҙур байрам концерты көтөлә.
Автор: Рита Хәсәнова
Сығанаҡ:
«Тамаша»
журналы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Дүшәмбе, 09 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
«Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
Йәкшәмбе, 08 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар
Йома, 06 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Календарь Дней армейской культуры
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө