Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Акцияға әүҙем ҡушылайыҡ!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Акцияға әүҙем ҡушылайыҡ!
Хәбәр итеүебеҙсә, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы айҡанлы «Изге ҡулдарҙан китап» тип аталған акция уҙғара. Уның маҡсаты – республикала сыҡҡан баҫмаларҙы пропагандалау, китап аша йәш быуынға тәрбиә биреү, йәмғиәтте китап уҡыуға ылыҡтырыу.
Акцияны драматург, БР Яҙыусылар союзы председателе Наил Ғәйетбаев асып ебәргән ине.
23 июндә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө сәнғәт академияһы профессоры Таңсулпан Бабичева эстафетаны М. Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фонды советы рәйесе Люция Камаеваға һәм билдәле йырсы Радик Динәхмәтовҡа тапшырҙы.
─ Әҙәбиәт йылында Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулды һәм йыл башында «Весенняя песнь» исемле китабы баҫылды, шулай уҡ уҙған йылда билдәле шәхестең ижадына арнап «Арҡадаш» әҙәби конкурсы ойошторолдо. Шуныһы ҡыуаныслы: был проектта төрлө йәштәге кешеләр ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорттары студенттары, актерҙар һәм ижади коллективтар бар. Күптән түгел «Арҡадаш» хәйриә фонды эшләй башланы. Был эшебеҙҙә беҙ халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәрен, уларҙың тормошон, милли мәҙәниәтте, тарихты йәш быуынға еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Һәм бөгөн халҡыбыҙҙың күренекле шәхесе Ш. Бабичтың китабын мин Дәүләкән ҡалаһының башҡорт гимназияһына, Сибай университетына, Дүртөйлө районының Әсән ауылындағы Ш. Бабич исемендәге музейына, Йылайыр районы Йылайыр ауылында урынлашҡан Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһына һәм “Арҡадаш” конкурсының еңеүселәренә тапшырам, ─ тине Таңсулпан Даһи ҡыҙы.
Эстафетаны ҡабул иткән М. Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фонды советы рәйесе Люция Камаева Мәжит Ғафури тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты һәм фонд эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Йырсы Радик Динәхмәтовтың Ш. Бабич һүҙҙәренә башҡарыуында йыр һәммәбеҙҙең күңеленә хуш килде.
Милли китапты пропагандалау, йәш быуынды тәрбиәләү, китап уҡыуға иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында башланғыс алған акция дауам итә. Әйткәндәй, йыл буйына барасаҡ акцияла һәр кем ҡатнашырға теләк белдерә ала.
Сығанаҡ: нәшриәт сайтынан алынды.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө