Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Аксаков байрамдары хаҡында китап донъя күрәсәк
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 09 апрель 2013
Аксаков байрамдары хаҡында китап донъя күрәсәк
Китапты 2013 йылдың сентябрь айында үтәсәк Халыҡ-ара Аксаков көндәрендә сығарырға планлаштыралар. Өфө ҡала советы ошо тәҡдим менән сыҡты.
Аксаков байрамы республика тормошонда лайыҡлы урын алған сағыу тамашаларҙың береһе. Быйыл ул 23 тапҡыр үткәреләсәк. Ошо йылдар ағымында был байрам бик күп йолалар менән байытылды. Мәҫәлән, 1992 йылда ҡала советы тарафынан юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары араһында Аксаков стипендияһы булдырылды, ә 2006 йылда ул премия дәрәжәһенә күтәрелде. 1996 йылда республика хөкүмәте тарафынан Сергей Аксаков исемендәге әҙәби премия булдырылды. Ул әҙәбиәт үҫешенә, уның рухи ҡиммәттәрен һаҡлауға тос өлөш индергән әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәренә бирелә. Василий Белов, Валентин Распутин, Валерий Ганичев кеүек билдәле яҙыусылар юғарыла әйтелгән премия лауреаттары.
2007 йылда байрамға тағы ла матур йола өҫтәлде – студенттар балы. Ул Өфө дәүләт сәнғәт академияһында, Ҡала мәҙәниәт һарайында һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән байрам, 2012 йылда театр стеналарынан ҡала майҙанына сыҡты.
Бөтә ошо ҡыҙыҡлы материалдар, Аксаков исеме менән бәйле иҫтәлекле урындар китапҡа тупланасаҡ. Өфө Ҡала хакимиәте советы студенттарҙы, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе, тарихсыларҙы китап өсөн материал тупларға ярҙамға саҡыра.
Белешмәләр өсөн телефон 279–05–07.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө