2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Актер, драматург Илшат Йомағоловтың тыуыуына 80 йыл
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 26 январь 2012
Актер, драматург Илшат Йомағоловтың тыуыуына 80 йыл
Бөгөн күренекле актер, драматург, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йомағолов Илшат Хәлил улының тыуыуына 80 йыл. Ул Көйөргәҙе районы Тимербай ауылында 1932 йылдың 26 ғинуарында тыуған. 1952 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр факультетын тамамлай, аҙаҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында актер булып 1988 йылғаса эшләй. 1959 йылда Мәскәүҙәге А.В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте иниститутын тамамлай. 1971 йылдан 1975 йылғаса Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар дәүләт академия театрында эшләп ала. Башҡорт театры сәхнәһендә 50-нән ашыу образ ижад итә, шулар араһында Макбет (У. Шекспирҙың шул исемле трагедияһында), Никита ( «Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә» - «Власть тьмы» ), Протасов («Тере мәйет»- «Живой труп», Л. Н. Толстой әҫәрҙәре), Треплев («Аҡсарлаҡ»-«Чайка»), Иванов («Иванов», икеһе лә А. П. Чеховтыҡы), Закир («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури), Аҡйегет («Ай тотолған төндә), Прометей («Ташлама утты, Прометей!», икеһе лә М. Кәримдеке) һ.б. Илшат Йомағолов шулай уҡ кино сәнғәтендә лә бик уңышлы эшләй, теле-радиоспектаклдәрҙә тиҫтәләгән ролдәр уйнай. 1962-1966 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында художество етәксеһе була, 1982 йылдан 1990 йылғаса Өфө дәүләт сәнғәт иниститутында уҡыта. Йомағолов тиҫтәләгән пьесалар («Тылсымлы моң», «Нәркәс», "Сәсәндәр" һ.б.) авторы. Уның «Нәркәс» трагедияһы 1974 йылда СССР халыҡтарының драматургия фестиваленең 1-се дәрәжә Дипломына лайыҡ була.
Илшат Йомағолов 2007 йылда вафат була. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Өфөлә башҡорт әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшереләсәк
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостан оҫталары Рәсәйҙәге абруйлы конкурста еңеүҙәр яуланы
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Дүшәмбе, 24 ноябрь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө