Актриса Ирина Агашкованың ижад кисәһе үтте

Актриса Ирина Агашкованың ижад кисәһе үтте
Рус дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Ирина Агашкованың ижад кисәһе үтте. Ижади коллектив юбилей уңайынан тамашасыларға «Неаполь - миллионерҙар ҡалаһы» спектаклен тәҡдим итте.
Актриса спектаклдә төп ролдәрҙең береһен башҡара. Ирина Агашкова, образға инеү өсөн сәхнәлә иң мөһиме етдилек кәрәк, тип иҫәпләй. Театр сәхнәһенә 1983 йылдан тоғро хеҙмәт иткән актрисаның уңышлы башҡарған биш тиҫтәнән ашыу роле бар. Уларҙың һәр береһе тәрән фәлсәфә, һөйөү менән һуғарылған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb